Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь 2021, 11:49

Кемгә, нимә бүләк итергә?

Яңы йыл байрамын бүләктәрһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, сөнки улар байрам атмосфераһын тыуҙыра. Шунлыҡтан яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға хәҙерҙән үк нимә бүләк итергә уйлай башларға ваҡыт.

Кемгә, нимә бүләк итергә?
Кемгә, нимә бүләк итергә?

Яңы 2022 йыл символы - Зәңгәр Һыу Юлбарыҫы. Ул муллыҡты, байлыҡты, киң күңеллелекте һәм тәүәккәллекте һынландыра. Уның күңеленә шатлыҡ, ҡыуаныс тойғоһо килтерә торған изге, ҡәҙерле, күркәм әйберҙәр яҡын. Ғаилә ағзаларына, яҡын туғандарға һәм дуҫтарға һатып алынған әйберҙең яҡшы торошта, юғары сифатлы булыуы менән айырылып тороуы, уларҙың көндәлек тормошта файҙа килтереүе һәм оҙаҡ йылдар буйы ҡыуандырыуы мөһим. Әммә был йылда яҡындарҙы ғына түгел, Юлбарыҫты ла ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Шуға күрә йондоҙнамәләргә ярашлы бүләк һайлау яҡшыраҡ булыр.

Ҡуҙылар ҡайнар, ҡыҙыу, киҫкен характерлы, шул иҫәптән һараныраҡтар ҙа. Шунлыҡтан бүләк алыр алдынан быны иҫәпкә алығыҙ. Матур, үҙенсәлекле люстра, электр камины, трендтағы торшер (лапма) кеүек әйберҙәр ҡулай булыр.

Буғаларҙың күңелдәренә үҙенсәлекле, ҡупшы бүләктәр яҡын. Ҡатын-ҡыҙ буғаларға беләҙек, брошка, сулпылы биҙәүестәр бирергә була. Ир-егеттәр ҡупшы сәғәткә, трендтағы свитшотҡа ҡыуаныр.

Игеҙәктәр. Был йондоҙлоҡта бер-береһенә ҡаршы ике шәхес тора. Уларҙы берләштереү һәм яраштырыу өсөн игеҙәктәргә бығаса күрмәгән илгә сәйәхәт бүләк итегеҙ, йәки театрға, концертҡа билет алығыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар алҡа-йөҙөктәргә, ир-егеттәр сымһыҙ наушникка ҡыуаныр.

Тыныс, тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларға битараф ҡыҫалаларға күркәм аксессуарҙар йәки тиренән тегелгән аяҡ кейеме, ресторанға, киноға сертификат, гәлсәр, йәки гәлсәр һауыт-һаба оҡшар. Ә оло йәштәге ҡыҫалалар яҡшы китапҡа шатланыр.

Арыҫландар мөһабәт билдә - тимәк бүләктәр ҙә тейешле булһын. Ир-арыҫландар ҡатын-ҡыҙҙар кеүек байлыҡ ярата. Шуға күрә киләһе йылда арыҫландарҙы алтын менән ҡыуандырығыҙ, йәки сифатлы бижутерия бүләк итегеҙ. Бындай осраҡта беләҙеккә туҡталығыҙ. Ул уларға Яңы йылда бәхет килтерер.

Ҡыҙҙар өй, ғаилә йылыһын һаҡлаусы. Киләһе йылда уңыш урап үтмәһен өсөн ҡыҙҙарға йылы аксессуарҙар, туҡыма әйберҙәре (плед, декоратив мендәр, йомшаҡ халат һәм башҡалар) бүләк итегеҙ. Шулай уҡ улар өй кешеләре булараҡ, көнкүреш техникаһына шат булыр.

Үлсәүҙәр бөтә ерҙә тәртип һәм теүәллек булдырырға күнеккән. Уларҙың көнкүреш техникаһына иғтибар итегеҙ, нимә етешмәгәнен уйлағыҙ. Бындай бүләкте улар ихлас ҡыуанып ҡабул итер. Ҡатын-ҡыҙҙарға йәнә ҡиммәтле сумка, биҙәүестәр бирергә була.

Саяндарға Зәңгәр Һыу Юлбарыҫы йылында бәйләнгән, йәки тегелгән, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән, йәки һатып алынған йылы әйберҙәр бүләк итегеҙ. Әгәр яҡын кешегеҙ булһа, ҡатын-ҡыҙҙарға - аш-һыу бүлмәһе өсөн, ә ир-егеттәргә автомобиле өсөн кәрәкле әйбер алығыҙ. Саяндар шулай уҡ таштан, йәки ағастан эшләнгән бүләктәргә битараф түгел.

Уҡсыларға тышҡы матурлыҡ менән бәйле бүләк бирегеҙ. Мәҫәлән, матурлыҡ салонына, спа-салонға, кейем магазинына сертификат, ҡиммәтле хушбуй… Уларға шулай уҡ һаулыҡҡа ҡағылышлы әйберҙәр (массажер, БАД-тар, витаминдар) оҡшар.

Ылаҡтар юғары сифатлы, тиренән тегелгән әйберҙәрҙе үҙ итә. Уларға тире тышлы блокнот, документтар һалыу папкаһы, сумка, ҡиммәтле ручка кеүек бүләктәрҙе һайлағыҙ.

Һыуғоярҙар хыялға һәм фантазияға бирелеүсән. Уларға электрон китап, графикалы планшет, ҡулдан эшләнгән сувенирҙарҙы һайлағыҙ. Һыуғоярға бүләктең хаҡы мөһим түгел, иң мөһиме ысын күңелдән бирелһен.

Балыҡтар үҙ-үҙҙәренә ышаныусан, үҙ иллюзияларында йәшәгән билдә. Уларға ҡайҙа эшләүҙәренә, ниндәй хоббилары барлығына ҡарап бүләк һайлағыҙ. Кейем магазины сертификатына, яратҡан хушбуйға уғата ҡыуанырҙар.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: