Йыл хужаһы салаты өсөн 200 грамм тауыҡ ите, 4 картуф, 4 йомортҡа, 1 ҡыяр (тоҙлоһон да мөмкин), 1 баш һуған, төшһөҙ ҡара емеш, майонез кәрәк буласаҡ. Инде хәҙер ҡатлы салатыбыҙҙы йыя башлайыҡ. Бешкән картуф һыуығас, тышын әрсеп, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә юлбарыҫтың башы рәүешендә тәрилкәгә һалабыҙ. Һәр бер ҡатына майонез һыларға ла онотмағыҙ. Унан һуң бешкән тауыҡ итен турап, икенсе ҡат итеп ҡаплайбыҙ. Өсөнсө ҡатына һуған һалына. Артабан туралған ҡыяр, йомортҡаға ла сират етә. Иң өҫтөн ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән ябабыҙ.
Иң күңелле мәл дә етте. Юлбарыҫтың йөҙөн йомортҡаның ағы, ҡара емеш менән биҙәп сығабыҙ. Уны һәр кем үҙенә оҡшағанса эшләй ала. Салатығыҙ тәмле булһын!