Патриотик рейдта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәрен үтеү, уның командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәм башҡа башҡорт атлыларының батырлыҡтарын
мәңгеләштереү маҡсатында төрлө сараларҙа ҡатнашыу ҡуйылды. Беҙҙең делегация был тарихи ерҙәрҙә беренсе тапҡыр ғына түгел, шул иҫәптән унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та булып киткәйне.
Ноябрь айындағы делегация составында 12 кеше - "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр мобиль отряды командиры, иҫтәлекле рейдты ойоштороусы Тимерйән Рәжәпов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Йәрмуллина, "Ветеран Башкортостана" баҫмаһының баш мөхәррире Светлана Беллендир, Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се мәктәп уҡытыусыһы Виталий Иванов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Тимрас Йылҡыбаев, Архангел районы Тирәкле ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Марсель Ғилманов, Ҡырмыҫҡалы ауылы мәктәбе етәксеһе, Р. Талипов исемендәге эҙләнеүселәр отряды етәксеһе Рамаҙан Шаймырҙанов, Ҡырмыҫҡалының ОБЖ уҡытыусыһы Рәмзит Ғәлиәкбәров, Салауат күп функциялы колледжы уҡытыусыһы Рөстәм Хөснуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр мобиль отряды ағзаһы Илшат Усманов һәм Белореттан "Еңеү ирекмәндәре" патриотик хәрәкәтенең актив ағзаһы Илдар Ағзамов барҙы. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы, олатаһы Ғилметдин Ағзам улы Ағзамовтың юлдарын үтеүҙән алған тәьҫораттары, Луганск ерендәге дүрт көнлөк патриотик рейд тураһында фекерҙәре менән бүлеште.
- Дондағы Ростов ҡалаһының Платов аэропортында беҙҙе, Башҡортостан делегацияһын Луганск Халыҡ Республикаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Наталья Шкода ҡаршы алып, "Беҙгә дуҫтарыбыҙ килә, тимәк беҙ яңғыҙ түгел һәм был беҙҙең өсөн бик мөһим. Һәр ваҡыт Луганск ерендә тыныслыҡ хөкөм итеүен теләйбеҙ, - тине.
Беренсе көндө бергәләп Славяносербский районындағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист оккупанттарына ҡаршы торған, 18-се армияның 4-се полкының, 220-се уҡсылар дивизияһының кесе политругы Алексей Еременкоға бағышланған "Комбат" һәйкәле эргәһенә йыйылдыҡ. Билдәле булыуынса, Алексей Гордеевич рота командирының яраланыуын күреп, яугирҙарҙы атакаға күтәргән саҡта һәләк була һәм ғүмеренең һуңғы минуттары осраҡлы рәүештә фотоаппарат кадрына эләгә. Һәйкәлдә тап уның ошо һыны сағылдырылған. Һәйкәл янында беҙҙе Йәштәр советы ағзалары Еременконың күрһәткән батырлығы, һәйкәл тарихы тураһында ентекләп һөйләне. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хәтерләп, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Дүрт көн барған сәфәрҙә йәнә Красный Луч ҡалаһының Миус йылғаһы ярындағы мемориал комплексҡа экскурсияға алып барҙылар. Унда беҙгә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатов һынландырылған, Красный Луч һәм Петровскийҙың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән сувенирҙар бүләк иттеләр. Унан һуң Стәрлебаш районынан сыҡҡан яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58- се миномет взводы командиры Сафа Хәсәнов иҫтәлегенә стенаға таҡтаташ беркетеү, сәскәләр һалыу тантанаһы булды. Красный Луч хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко беҙгә, ике мең ярым юл үтеп Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген яңыртырға, дуҫлыҡ ептәрен нығытырға килгәнебеҙ өсөн рәхмәт әйтте, тиҙҙән ҡаланың бер мәктәбенә башҡорт батыры Хәсәновтың исеме биреләсәге тураһында белдерҙе.
Артабан делегация менән Петровск ҡалаһындағы Башҡорт атлылары скверына юлландыҡ. 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы барлыҡҡа килеүҙең 80 йыллығына арналған сарала ҡатнаштыҡ, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровск дөйөм белем биреү мәктәбендә V кластарҙы кадетҡа алдыҡ. Башҡортостандың Милли музейы директоры Альбина Йәрмуллина мәктәп музейына Шайморатовтың ордендары күсермәләрен бүләк итте. Мәктәп музейына сәйәхәт ҡылғандан һуң, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Дуҫлыҡ аллеяһында иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Саранан һуң Петровск туғандар ҡәберлегенә, Красный Лучтың Штеровка поселогында Шайморатов һәләк булған урынға, Красный Луч-Луганск шоссеһында 20 һыбайлы һәләк булған "Партизанская стоянка" мемориалына сәскәләр һалдыҡ. 22-се мәктәп директоры Гөлназ Серова үҙ сығышында Өфөнөң Шайморатов исемендәге 104-се мәктәбе менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, Тимерйән Рәжәпов етәкселегендәге "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" йыш ҡына уларҙа ҡунаҡта булыуын, беҙҙе бер үк тарихи сығанаҡтар бәйләүен әйтеп үтте. Беҙҙең төп бурысыбыҙ булып, киләсәк быуынға Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтарын, ҡаһарманлыҡтарын тапшырыу, уларға патриотик тәрбиә биреү, лайыҡлы ил һаҡсылары булып үҫергә ярҙам итеү бурысы тороуын билдәләне.
Беҙҙе иң шатландырғаны - Луганск ерендә Башҡорт кавалерия дивизияһы данын, уға бәйле иҫтәлектәрҙе бик ҡәҙерләп һаҡлауҙары булды. Уларҙың беҙҙең башҡорт яугирҙары хаҡында бик күп мәғлүмәттәр белеүҙәре, был иҫтәлектәрҙең онотолоуына юл ҡуймау йәһәтенән бик күп эштәр атҡарыуҙары, һәйкәлдәр ҡуйыуҙары һоҡландырҙы. Беҙгә уларҙан үрнәк алырға кәрәк, тип ҡайттым. Делегацияны һәр ерҙә лә ихлас ҡаршы алдылар, матур итеп оҙатып ҡуйҙылар, бик күп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, Белорет тураһындағы бик күп китаптарҙы, башҡорт йырҙары тупланған диск менән "Моңло Башҡортостан" китабын, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тапшырҙыҡ. Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урындан махсус һауыттарға тултырып тупраҡ та алып ҡайттым. Уларҙы ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына һәм "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһына тапшырҙым.
Башҡортостан делегацияһы составында был әһәмиәтле сарала ҡатнашырға тәҡдим иткәне, үҙе үк бүләктәр әҙерләшеп, юлға йыйынырға ярҙам иткәне, сәфәр барышында ҡеүәтләп торғаны өсөн Илнур Әхмәтшинға, бүләктәрҙе алырға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн "Пиломир" йәмғиәте етәксеһе Айрат Рәхмәтуллинға, "Выстрел" военторгы директоры Сергей Копьевҡа рәхмәтемде белдерәм, - тине Илдар Марат улы.