Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2021, 12:16

Нисек дөрөҫ теләк теләргә?

Башта теләгегеҙҙең һәр детален яҡшылап уйлағыҙ...

Нисек дөрөҫ теләк теләргә?
Нисек дөрөҫ теләк теләргә?

... унан уны тауыш менән әйтегеҙ. Теләкте дөйөм фразалар менән, мәҫәлән “Мин сәйәхәт итергә теләйем”, тип әйтергә ярамай. Дөрөҫ формалаштырған теләк ошолай яңғырай: “Мин киләһе йылда бығаса булмаған сит илгә барып, яҡындарым менән сәйәхәткә барып, матур итеп ял итергә теләйем”.

“Бәлки”, “тейеш”, “шулай ғына булһа ла”, “мотлаҡ тейеш” тигән кеүек фразаларҙы ҡулланмағыҙ. Теләгегеҙҙең ҡабул булырына ихлас күңелдән ышанығыҙ һәм уның үтәлеше үҙегеҙҙән дә тороуын аңлағыҙ. Тирә-яҡтағыларға үлем, ауырыу, уңышһыҙлыҡты бер ҡасан да һорамағыҙ. Сөнки теләк уны теләгән кешегә әйләнеп ҡайта.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: