Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2021, 14:33

Мөғжизә булып тора

Бына мөғжизә – мин төп бүләкте оттом!

Мөғжизә булып тора
Мөғжизә булып тора

“Урал”ды 30 йылдан ашыу алдырып та бер ваҡытта ла квитанциямды лотерея уйынына ебәргәнем юҡ ине. Декабрь урталарында Белоретта йәшәгән ағайым Фәнил ҡунаҡҡа килде лә, үҙенең ҡасандыр бүләк отоуын һөйләп ултырҙы һәм мин уға: “Бәлки, мин дә отоп ҡуйырым, минекен дә һалып кит әле”,- тип квитанциямды биреп ебәрҙем. Бына мөғжизә – мин төп бүләкте оттом!- ти шатлығы йөҙөнә сыҡҡан мөләйем ханым Рәмилә Дәүләт ҡыҙы Усманова.

Сәфәрғол ауылында тыуып үҫкән, 1979 йылда Хөсәйен ауылы егете Ғиниәт Нух улына кейәүгә сығып, шунда төпләнеп ҡалған Рәмилә Дәүләт ҡыҙы “Заря” колхозында оҙаҡ йылдар һауынсы булып намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Дүрт ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биреп, матур ғына йәшәп ятҡанда, бик йәшләй генә, ғаилә башлығы мәрхүм булып ҡала. Әммә тырыш, уңған хужабикә, яратҡан, хәстәрлекле әсәй, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәй, балаларын кеше итеүгә бөтә көсөн һала. Хәҙер инде ул йән киҫәккәйҙәренең уңыштарына һөйөнөп, изгелектәрен күреп, ихтирамына төрөнөп йәшәй. Гөлнәзирә Хөсәйен ауылында фельдшер, тормош иптәше Ришат Мөхәмәтйәров менән өс ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, эшҡыуар Ришатты ауылда ярҙамсыл, кешелекле булғаны өсөн хөрмәт итәләр.

Гөлнара Өфөлә Халыҡ ижады үҙәгендә хеҙмәт итһә, Гөлназ “Инйәр” кафеһында, Нәркәс Абҙаҡ ял йортонда, ә Рамаҙан вахта ысулы менән эшләй.

Хаҡлы ялда ла тик ултырмай беҙҙең геройыбыҙ: мал тота, баҡса үҫтерә, ҡул эштәренә оҫта. Тағы ла йырларға, бешеренергә ярата икән. Бына шулай, улы, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, 11 ейән-ейәнсәре менән шау-гөр килеп ғүмер кисерә бәхетле әсәй, ҡәйнә, өләсәй.

- Рәхмәт инде барығыҙға ла, мине ҡыуандырған кеүек, үҙегеҙ ҙә шатланып ҡына эшләп йөрөгөҙ, мөғжизәгә ышанһаң, мөғжизә булып ҡына тора ул, уның өсөн бары бер шарт - гәзиткә яҙылыу! Яңы йыл һәммәгеҙгә лә көтөлмәгән бәхет, ҡыуаныстар алып килһен, -тип ихлас йылмайып хушлашты Рәмилә Дәүләт ҡыҙы.

Беҙ ҙә уны һәм ҙур ғаиләһен Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ һәм бәхет-шатлыҡтар, уңыштар теләйбеҙ!

Мөхәрририәт.

Автор:
Читайте нас: