Алтынсы ғинуар ауылыбыҙҙа быймала хоккей турниры уҙҙы. Турнирҙа Ташбесəн менəн Олойылға, Утар менəн Мөбəрəков урамдары ҡатнашты. Турнир бик ҡыҙыу, мауыҡтырғыс барҙы. Һөҙөмтəлə, Олойылға урамы I урынды яуланы. Утар урамының йыйылма командаһы - II, Ташбесəн һəм Мөбəрəков урамдары хоккейсылары - III урынға сыҡты.
Был ысын хоккей байрамы булды. Баһалама ағзалары ғəҙел баһа биреп, еңеүселəрҙе билдəлəне, Грамоталар һəм миҙалдар тапшырҙы. Һуңынан бергəлəшеп саф һауала тəмле ризыҡтар менəн һыйланып, ауылыбыҙ ағинəйе Сəриə Бүлəкбай ҡыҙы Шəрəфетдинованың самауыр сəйен эстек. Миңлеғəле ағай Иҡсановтың дəртле гармун көйҙəре һыуыҡ ҡышқы иртəлə күңелдəргə яҙ йылыһы өлəште.
Һау-сəлəмəт булырға телəһəгеҙ, беҙҙең Асы ауылына килегеҙ! Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, көйəрмəндəргə һәм жюри ағзаларына рəхмəт белдерəбеҙ.
Зəлиə Байегетова,
Асы ауылы.