Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2022, 21:33

Манный ярмаһынан ҡоймаҡ

Он бөтөнләй кәрәкмәй. Бындай ҡоймаҡҡа 1 стакан манный, ике йомортҡа, ярты сәй ҡалағы сода, 1,5 стакан һөт һәм 2 аш ҡалағы көнбағыш майы кәрәк.

Манный ярмаһынан ҡоймаҡ
Манный ярмаһынан ҡоймаҡ

Быларҙың барыһын да ныҡ ҡына итеп бутағас, 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡуйыраҡ булһа, тағы ла һөт өҫтәгеҙ. Аҙаҡ аҙ ғына майланған табала бешереп алабыҙ. Табынға ҡаймаҡ, йәки ҡайнатма менән ултыртһаң, бигерәк тә тәмле килеп сыға.

Фото: pervyj-blin.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: