Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ғинуар 2022, 17:27

Өшөгәндә тәүге ярҙам

Өшөгәндә тәүге ярҙам.

Өшөгәндә тәүге ярҙам
Өшөгәндә тәүге ярҙам

Өйгә ҡайтып инеү менән, аяҡтарҙы йылытыу.

► Эҫе һыу һалынған тасҡа тығып та, аяҡтарҙы йылытырға мөмкин, иллә-мәгәр, биҙрә ҡулайыраҡ.

► Эргәгеҙгә ҡайнар сәйнүкте ултыртып, ике-өс минут һайын һыуын эҫетеп торорға онотмағыҙ.

► Процедура 15 минуттан да артмаһын!

► Һуңынан аяҡтарҙы яҡшылап ҡоротҡансы һөртөп, йөн ойоҡбаш кейеү зарур. Әгәр ҙә эҫе һыу менән мәшәҡәтләнергә теләк тә, форсат та булмаһа, табандарға йылытыусы, мәҫәлән, боросло пластырь йәбештереп йәки ныҡ итеп массаж яһап, йөн ойоҡбаш кейергә була.

Эҫе сәй, һөт эсеү. Эҫе генә, бал, ҡурай еләге ҡушылған имбирлы сәй организмды эстән йылытып, сирләргә ирек бирмәҫ. Шулай уҡ прополис өҫтәлгән эҫе һөт эсеү ҙә бик файҙалы. Эҫе һөт, сәй эскәндә уранып ятыу мотлаҡ. Берәй сәғәт йылынып, тормай ятырға кәңәш ителә.

Ыуыныу. Өшөп ҡайтҡас та танау япраҡтарын, түште, сама тигәнде онотмай ғына, йылытыусы майҙар (мәҫәлән, оксолин майы, вьетнам “Йондоҙсоғо”, “Доктор МОМ” һ.б.) менән ыуырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: