Ҡәҙерле дуҫтар, тюбингтан шыуғанда ҡазаға тарыуҙар йыш осрай. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты яңы йыл каникулдарында ғына рәсәйлеләрҙең тюбинг менән шыуып ҡазаға тарыуының 20-ләгән осрағын теркәй. Мәҫәлән, 2 ғинуар көнө ҡаланың “Царское село” коллектив баҡсаһы районында 29 йәшлек ир тюбингта шыуғанда дүрт умыртҡа һөйәген һындыра. 26 декабрҙә Мәскәүҙә 15 йәшлек малай тюбингта шыуып, башы менән ағасҡа бәрелгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул урында һәләк булған. Уҙған йылда Өфөлә Менделеев урамында - Трамплин тирәһендәге тау һыҙатында 64 йәшлек пенсионер ейәнсәре менән тюбингта шыуғанда ағасҡа бәреләләр. Олатай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән бирә. Ҡыҙыҡайҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Бындай осраҡтарҙы тағы ла бик күп һанарға була. Бәлә-ҡазаға тарымаҫ өсөн үрҙә яҙылған ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
ХӘҮЕФ ИХТИМАЛЛЫҒЫ:
► Тюбингтар тиҙ арала тиҙлекте арттырыуға һәм шыуып төшкән ваҡытта үҙ күсәрендә әйләнеүгә һәләтле. Тиҙлек шәбәйеү менән, түңәрәк сана хәүефле була башлай: шундай уҡ һөҙәклектә шыуған саналарға ҡарағанда, йәшен тиҙлегендә
шәбәйә, ә унан һикереп төшөп ҡалыу мөмкинселеге булмай. Тюбинг әйләнгән ваҡытта унда ултырған кеше яҫылыҡта ориентирын юғалта.
► Тюбингтар менән идара итеү мөмкинселеге бөтөнләй юҡ һәм улар тормоз ҡорамалдары менән йыһазландырылмаған.
► Тюбингтар менән трамплиндары булған тауҙан шыуырға ярамай, ергә төшкәндә ул һеңкелдәй, арҡа һәм умыртҡа һөйәгенең муйын өлөшөндә көслө травма алырға мөмкин.
► Тюбингтарҙы бер-береһенә бау менән бәйләп нығытырға ярамай, улар әйләнергә мөмкин. Ә бауға кешенең теге, йәки был тән өлөшө ҡыҫылып ҡалыуы бар.
► Тюбингта ике, йәки унан да күберәк кешенең ултырыуы хәүефле - унан осоп төшөп ҡалырға мөмкин.
ТЮБИНГТАН ШЫУҒАНДА ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАҒИҘӘЛӘРЕ:
► Өҫтө ҡар менән ҡапланып әҙерләнгән махсус трассаларҙа ғына шыуырға ► Шыуыу өсөн һөҙәклек 20 градус ауышлыҡтан ары булырға тейеш түгел. Һөҙәклек аҫтында туҡтатыу өсөн етерлек урын булырға тейеш. Ағас үҫентеләре булған һөҙәклектән тюбингтарҙа шыуырға ярамай.
► Трамплиндары булған тауҙарҙан шыуыу тыйыла, сөнки аҫҡа төшкәндә ул ныҡ һикерә.
► Әҙерләнмәгән трассанан шыуыр алдынан, унда соҡорҙарҙың, ҡалҡыу урындарҙың, сығып торған ҡыуаҡлыҡтарҙың, таштарҙың, кәртәләрҙең, шулай уҡ кешенең ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған башҡа нәмәләрҙең булыу, булмауын ҡарағыҙ.
► Һөҙәклектән төшкәндә дистанцияны ҡәтғи һаҡлағыҙ. Тюбингта шыуыусы аҫҡа төшөп еткәс кенә, өҫтән хәрәкәтте башлау рөхсәт ителә.
► Түңәрәк саналарҙа ултырып шыуырға кәрәк. Тюбингта баҫҡан килеш йәки батуттағы кеүек һикереп шыуырға маташмағыҙ.
► Тюбингта бала менән икәү шыуырға ярамай: бер ҡул менән баланы, икенсе ҡул менән тюбингҡа тотонған килеш хәлде контролдә тотоп булмай.
► Һауа тултырылған саналарҙы бер ваҡытта ла транспорт сараларына бәйләмәгеҙ.
Тюбингтан шыуғанда ниндәй травманы йышыраҡ алалар?
Кеше яҫылыҡта ориентирын юғалтҡанда уның координацияһы боҙола һәм быуындарында юғары хатта өс урынлы моделдәре лә бар. Әммә дөйөм ауырлыҡты иҫәпкә алырға кәрәк. Күп кенә ата-әсәләр, тюбингты эшләп сығарыусылар барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алғандыр тип уйлай, ләкин был улай түгел, уны һатып алғанда машина алғандағы кеүек ентекләп ҡарарға кәрәк.
Кем шыуасаҡ, шуның буй оҙонлоғон иҫәпкә алырға. Әгәр буй 100 сантиметрға тиклем булһа, уның диаметры яҡынса 85 сантиметр булырға тейеш. Ике кешелек тюбингтың оҙонлоғо 120 сантиметрға тиклем ҙурая икән, һис шикһеҙ дүрт тотҡалы моделде һатып алыу мотлаҡ. Тюбингты һөйрәтеп йөрөтөү тросы 150 сантиметрға тиклем булырға тейеш.
Ултырыу урыны киң булғанды һайлау яҡшыраҡ. Камера ҡуйылған урыны молния элмәге менән ябыла торған булһын. Бауҙар менән бәйләнгәне сиселергә, ә йәбештермәле элмәк асылып китеп эсенә ҡар тулырға мөмкин. Тышлығының туҡымаһы ныҡ булырға тейеш (ПВХ туҡымаһы иң яҡшыһы тип иҫәпләнә). Әгәр аҙнаһына бер-ике тапҡыр шыуыу планлаштырылһа, тығыҙлығы ябай булған материал да бара, әгәр көн дә икән, тығыҙлығы ныҡ булғанын алырға кәрәк.
Боҙло тауҙан шыуырға яратҡандарға иң яҡшыһы төбө пластик булған тюбингты һатып алырға кәрәк.
Гөлназ ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.