500 грамм йоморо бөртөклө дөгө (магазиндарҙа ролл өсөн махсус дөгө лә һатыла, тик уны алыу мотлаҡ түгел), 550 миллилитр һыу, 50 миллилитр аш һеркәһе, 50 грамм шәкәр, 3 грамм тоҙ, 2 киҫәк ҡыҙыл балыҡ (киңлеге бер устай), 1 ҡыяр, 1 авокадо, нори (диңгеҙ ылымыҡтарынан суши өсөн махсус эшләнгән ҡағыҙ битенә оҡшаған йәймәләр), филадельфия сыры кәрәк.
Дөгөнө 15-20 минут тирәһе бешереп алғас, һыуын һарҡытып, уға һеркә, шәкәр һәм тоҙ ҡушырға һәм таҫтамал менән ябып һыуытырға ҡуйырға.
Үткер бысаҡ менән балыҡты пластиналар итеп ҡырҡырға. Норины урталар бүлергә, ҡыяр һәм авокадоны оҙонса итеп ҡырҡырға.
Махсус бамбук септәгә нориҙы йәйгәс (ялтыр яғын тышҡы яҡҡа тап килтерәбеҙ) өҫтөнә тығыҙ ғына итеп дөгөнө һалырға кәрәк. Унан сыр, ҡыяр һәм авокадоны һалып, септә ярҙамында ипләп кенә урайбыҙ, таралмаһын өсөн баҫҡылап тығыҙлайбыҙ.
Унан өҫтөнә ҡыҙыл балыҡты һалып, йәнә тығыҙлап урарға. Әҙер роллды үткер һыулы бысаҡ менән киҫәктәргә бүлергә.
Уны соя соусы, маринадланған имбирь киҫәктәре йәки васаби соусы менән ашайҙар.