Тәүге университеттар барлыҡҡа килгәндә унда уҡыусыларҙы школяр тип йөрөткәндәр. Аҙаҡтан был һүҙҙе студент (латинсанан студенс - ҡылым, “шөғөлләнеүсе” тигәнде аңлата) һүҙе алыштыра. Ул башта уҡыу йорттарында уҡыусыларҙы ла, эшләүселәрҙе лә аңлата. Һуңынан, ғалимдар өсөн айырым дәрәжәләр ҡабул ителгәс, был һүҙ менән тик уҡыусыларҙы ғына атай башлайҙар.
Рәсәйҙә бөгөн юғары уҡыу йортонда 6,5 миллион студент уҡый. Барыһы ла йәш, дәртле, маҡсатҡа ынтылышлы, алдынғы ҡарашлы. Ана шул сифаттары өсөн студенттарҙы һәр илдә лә, һәр ваҡытта ла төрлө социаль һәм сәйәси акциялар үткәргәндә актив файҙаланалар.
Сит илдәрҙә нисә Рәсәй студенты белем алыуы хаҡында теүәл генә статистика юҡ. Сөнки күптәр унда үҙ белдеге менән сығып китә лә, бер юлы эшләп тә, уҡып та йөрөй. Яҡынса улар 10 меңдән ашыу. Был күп түгел. Рәсәйҙә сит илдәрҙән килеп уҡыусылар һаны 42 меңдән аша.
Фото: auditoriya.vogu35.ru