Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Ғинуар 2022, 09:28

Инйәр улы төйәгенә ҡайтты

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уҙған йыл аҙағында Көмбә ауылынан сыҡҡан талантлы шағир, журналист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдиновтың “Инйәр улы” тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

Инйәр улы төйәгенә ҡайтты
Инйәр улы төйәгенә ҡайтты

Йыйынтыҡты баҫмаға мәрхүмдең тормош иптәше Рима Манир ҡыҙы Әхмәтйәнова туплаған һәм китапҡа исемде лә тап ул һайлаған. Унда авторҙың төрлө йылдарҙа һәм ғүмеренең һуңғы көндәрендә ижад ителгән шиғырҙары һәм поэмалары ингән.

Китаптың тиражы 1000 дана. Тышлыҡта Инйәр буйы тауҙары һәм уның тыуған ауылы Көмбә һүрәте төшөрөлгән. Рәссамы Рида Шәйхетдинова, редакторы Гөлназ Фәзлиәхмәтова, биҙәлеш мөхәррире Зилә Кәримова.
Йыйынтыҡ ошо арала һатыуға сығарыла. Һеҙҙең иғтибарға Дамир Шәрәфетдиновтың һуңғы ижад иткән шиғырын тәҡдим итәбеҙ:

ҠАТАЙ ТИҪКӘРЕҺЕ
Мин үҙемде еңә алмам инде.
Тиҫкәрелек - ҡатай затынан:

Ямантауҙың ғорурлығы йәндә,
Инйәр биргән ҡырыҫ һалҡынын…
Ярай әле халҡым сәмлеге бар!
Һәм тырышлыҡ ҡалған атайҙан.
Ә халҡыма танһыҡ моң тулы зар,
Йырға йомарт күңел - ул ҡайҙан?
Еңдем, тиер бары иҫәр генә…
Яуҙан тыйыр бары аҡылың.
Улай ҙа тим, ҡатай - тиҫкәрелә
Яуызлыҡ юҡ, хөсөт - ят ҡылыҡ.
Кәрәкмәйҙер тәбиғәтте еңеү.
Был аҡыл да - атам-бабанан.
Холҡоң минән, тейә күрмә, тиеп
Янап тора, ана, Ямантау.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: