Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2022, 11:31

Ауыл киләсәге - балалар күҙлегенән

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә Абҙаҡ ауылы балалар баҡсаһында “Мин ауылыбыҙҙың киләсәген нисек күрәм?” тип исемләнгән конкурс ойошторолдо.

Ауыл киләсәге - балалар күҙлегенән
Ауыл киләсәге - балалар күҙлегенән

Балалар был конкурста ихлас ҡатнаштылар. Кескәйҙәрҙең эше тәрбиәселәрҙе ғәжәпләндерҙе лә, уйландырҙы ла. Күп кенә балалар киләсәктә ауылда ял паркын, күңел асыу урындарын, аттракциондарҙы, фонтандарҙы күргеләре килә.

Ауылдың иң кескәй халҡы шулай уҡ ғәҙәти булмаған формала матур йорттар, замок башнялары, хатта торт формаһындағы йорттар тураһында хыяллана. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнгән ҡыҙыҡай спорт һәм балет мәктәбе булыуын теләй. Кемгәлер бөҙрәхана кәрәкһә, малайҙар күпселек бейек-бейек йорттарҙы төшөргән.

Беҙ, педагогтар, ошо конкурсты үткәргәндән һуң, балаларыбыҙҙың киң масштабта хыяллана белеүҙәренә хайран ҡалдыҡ. Йыш осраҡта ололар үҙҙәренең уй-хыялдарын, фантазияларын сикләй. Хәҙер инде беҙ ҙә тулы ышаныс менән велосипед юлдары, ағастар, эскәмйәләр, аттракциондар булған ял паркын көтәбеҙ. Шулай уҡ яңы ғәҙәти булмаған формалағы сағыу йорттар бөтәһенең дә күңеленә хуш килер ине. Кешенең зауыҡлы,
төҙөк урамдарҙы күргән һайын күңеле күтәрелер, матур уйҙар менән, яңы маҡсаттар менән янып йәшәр ине. Беҙгә, ололарға, киләсәктә үҫеп килгән быуындың фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Юҡҡа ғына “Һүҙҙең тураһын баланан ишет”, тип әйтмәгәндәр.

Ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса конкурстар ойоштороп тороуҙы төрлө йәштәге халыҡ араһында системалы рәүештә үткәреү файҙалы ғәҙәткә әүерелер тип ышанабыҙ. Бар быуындарҙың фекерен иҫәпкә алғанда ғына, ауыл халҡының нимәгә мохтажлыҡ кисереүен аңларға һәм дөйөм һығымталарға килеп, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, дөрөҫ йүнәлештә барырға була.

Абҙаҡ ауылы халҡы йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша һәм ике
тапҡыр был конкурста еңеү яуланы: 2018 йылда трактор арбаһы һәм һөргөсө һатып алынды, 2019 йылда балалар майҙансығына ике уйын комплексы һәм спорт ҡорамалдары һатып алып йыһазландырылды.

Быйыл дөйөм ултырышта ауыл халҡы һайлауы буйынса 1 миллион 140 мең һум аҡса ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Мәрйәм ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, “Аҡйондоҙ” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас: