Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2022, 11:14

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

2022 йылдың 3 февраленә ҡарата Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 503 янғын теркәлгән. Уларҙа 17 кешенең, шул иҫәптән 2 баланың ғүмере ҡыйылған, 27 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!
Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

Район-ҡала буйынса ошо уҡ ваҡыт арауығында 24 янғын сыҡҡан, 1 кеше ошо сәбәпле яҡты донъя менән хушлашҡан, 3 кеше йәрәхәтләнгән. Йыл һайын кешеләрҙең утта һәләк булыуының сәбәбе шул уҡ ҡала, йәғни ут менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫерек килеш биналарҙа, өйҙә тәмәке тартыу, мейес һәм электр приборҙарының төҙөк булмауы, балаларҙың ут менән шаярыуы.

Республика Башлығының 2016 йылдың 1 июнендә сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙамдың өҫтәмә саралары тураһында”ғы указына ярашлы, янғындарҙы иҫкәртеү инструкторҙары түбәндәге категорияларға ҡараған граждандарҙың торлағына автономиялы янғын иҫкәртеү приборҙарын урынлаштыра:
- 55 йәштән уҙған яңғыҙ йәшәгән граждандарға;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына;
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың (мәрхүм булған) һәм инвалидтарҙың ғаилә ағзаларына;
- элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно, гетто, Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары булдырған башҡа мәжбүри тотоу урындарында булғандарға;
- 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған, 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә;
- ғаиләлә бала тыуған осраҡта (2019 йылдың 15 ноябренән алып автономиялы янғын иҫкәртеү приборы Башҡортостан Республикаһында йәшәгәндәргә бала табыу йортонда сабыйға бирелә торған бүләк менән ҡуша тапшырыла);
- социаль хәүефле хәлдәге ғаиләләргә;
- аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә.

2021 йылдың декабренән йәнә өс категорияға ҡараған граждандар исемлеккә өҫтәлде:
- хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына;
- 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған “Һуғыш балаларына”.
Автономиялы янғын иҫкәртеү приборҙары (АДПИ) һиҙгер элементтар ярҙамында барлыҡҡа килгән төтөнгә тәьҫир итә һәм көслө тауыш сигналы бирә. Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген ҡулланығыҙ. 2016 йылдан алып был прибор арҡаһында 680 кешенең, шул иҫәптән 266 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.

Приборҙы алыу өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенең 8 (347) 272-00-24 телефоны аша, эш көндәрендә, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (йәки электрон почтаға [email protected]) заявка бирергә кәрәк.

Янғын иҫкәртеү приборҙарын үҙ аллы махсус магазиндарҙа яҡынса 300-500 һумға һатып алырға була. Мутлашыусылар ауына эләгеп, уны ҡыйбат хаҡҡа ала күрмәгеҙ.

Граждандарҙы биналарҙа тәмәке тартмаҫҡа, мейестең артыҡ ҡыҙыуына юл ҡуймаҫҡа һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, был эште балаларға йөкмәтмәҫкә, төҙөк булмаған электр приборҙары менән ҡулланмаҫҡа саҡырабыҙ. Электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ, бәләкәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙың ҡулы еткән урында шырпы һәм ҡабыҙғыстарҙы һаҡламағыҙ, йортоғоҙҙо старховкалағыҙ һәм янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!


Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡалалағы Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге.

Автор:
Читайте нас: