Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль 2022, 15:14

Ҡаза аяҡ аҫтында

Йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙең фажиғәле үлеменә сәбәпсе булып тора.

Ҡаза аяҡ аҫтында
Ҡаза аяҡ аҫтында

 Ҡағиҙә булараҡ, үлгәндәр араһында йышыраҡ балалар һәм балыҡсылар осрай. Боҙға сыҡҡанда бик иғтибарлы булырға һәм хәүефһеҙлек сараларын һаҡларға кәрәк!
- Тоҙһоҙ һыуҙа - 10, тоҙло һыуҙа 15 сантиметр ҡалынлығындағы боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип иҫәпләнә.

- Йылға тамағында һәм ҡушылдыҡтарында боҙ ныҡ булмай. Һыуҙың шәп аҡҡан урындарында, шишмә сыҡҡан ерҙә һәм һыу улаҡтарында, шулай уҡ һыу үҫемлектәре таралған, ағастар булған һәм ҡамышлы урындарҙа боҙ ныҡ булмай. Әгәр һауа температураһы өс көндән артыҡ 0 градус торһа, боҙҙоң ныҡлығы 25% -ҡа кәмей.

- Боҙҙоң ныҡлығын визуаль рәүештә лә билдәләп була: боҙ үтә күренмәле зәңгәр, йәшкелт төҫтә икән - ныҡ, ә аҡ төҫтәге боҙҙоң ныҡлығы 2 тапҡырға кәм була. Һоро, аҡ йәки һары төҫтәге боҙ бигерәк тә ышанысһыҙ була. Бындай боҙ алдан сатнамайынса емерелеп төшә.

Боҙҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре:
- Боҙға тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һәм насар һауа торошонда (томан, ҡар, ямғыр) сығырға ярамай.

- Йылғаны боҙ аша махсус ойошторолған урындан сығыу кәрәк.

- Һыу ятҡылығын аша сығыу кәрәклеге булғанда, һалынған һуҡмаҡтар йәки саңғы юлы буйлап барыу хәүефһеҙерәк. Әгәр улар булмаһа, боҙға төшөр алдынан иғтибарлыраҡ ҡарарға һәм алдағы маршрутты күҙалларға кәрәк.

- Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшерергә ярамай. Әгәр таяҡ менән тәүге тапҡыр һуғып ҡарауҙан әҙ генә булһа ла һыу сыҡһа, боҙ йоҡа тигәнде аңлата һәм уның өҫтөнән йөрөргә ярамай. Был осраҡта тиҙ генә үҙеңдең килгән эҙеңдән үк, аяҡтарҙы ауырлыҡ тигеҙ төшһөн өсөн яурын киңлегенә ҡуйып, боҙҙан ысҡындырмайынса ярға табан шыуып атларға кәрәк. Боҙ сатнап, унда ярыҡтар барлыҡҡа килгәндә лә тап шулай итәләр.

- Сатнаған йоҡа боҙҙа ҡалдың икән, һаҡ ҡына кире боролорға һәм килгән юлдан ярға табан шыуып атлап сығырға кәрәк.

- Туңған йылға (күл) аша саңғыла сығыу яҡшыраҡ, шул уҡ ваҡытта тиҙ генә сисеп ырғытыу өсөн саңғының нығытҡыстарын ысҡындырып ҡуйырға кәрәк; ҡурҡыныс янағанда шунда уҡ алып ырғытыу өсөн, саңғы таяҡтарын ҡул суҡтарына кейҙермәйенсә тоторға кәрәк.

- Ҡалын ҡар менән ҡапланған, шишмәләрҙең сыҡҡан һәм шәп аҡкан урындарында, боҙ өҫтөнән ҡыуаҡлыҡтар, үләндәр сығып торған ерҙәрҙә, сәнәғәт предприятиеларынан сыҡҡан һыу урындарында бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк.

- Биштәр булғанда, уны бер яҡ яурынға аҫырға кәрәк, боҙ аҫтына ҡолаған осраҡта был унан еңел ҡотолорға ярҙам итер.

- Белергә кәрәк: боҙло һыуға ҡолаған кеше 10-15 минуттан һыуыҡ алыуы, ә 20 минуттан аңын юғалтыуы ихтимал. Шуға күрә, зыян күреүсенең ғүмере ярҙам күрһәтеүселәрҙең етеҙлегенән тора.

Боҙға алкоголле эсемлек эскән килеш сығыу, боҙҙа йүгереү һәм һикереү, күп кешегә бер нөктәлә йыйылыу, йоҡа боҙға сығыу хәүефле!

Рина ХӘЙБУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: