Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2022, 12:02

Бүләкте дөрөҫ һайла!

Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы - 8 март етә. Был көндө күп кенә ир-егеттәр яҡындарына нимә бүләк итергә тип баш ваталыр.

Бүләкте дөрөҫ һайла!
Бүләкте дөрөҫ һайла!

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк икәне аңлашыла, шулай ҙа беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға һәм гүзәл заттарҙың кәйефен боҙмаҫ өсөн бүләкте дөрөҫ һайларға саҡырабыҙ.

Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарға был байрамға осһоҙло бижутерия, экстремаль күңел асыу саралары (мәҫәлән, парашюттан һикереү), төрлө сувенирҙар, хужалыҡ, аш-һыу менән бәйле әйберҙәр, спорт йәки тренажер залына сертификат (улар быны фигураларының кәмселлегенә төрттөрөү тип аңларға мөмкин), йорт хайуандары, кейем-һалым, косметика, хушбуй, бирсәткә, ҡайыш, буш аҡса янсығы, ҡиммәтле магазинға бәләкәй суммаға сертификат бүләк итергә ярамай.

НИМӘ БҮЛӘК ИТЕРГӘ ҺУҢ?
Әсәйгә:
* Һауа дымландырғыс;
* СПА салонға сертификат;
* Ғәҙәти булмаған лампа;
* Массажер, йәки массаж салонына сертификат;
* Музейға йәки концертҡа саҡырыу ҡағыҙы (билет).

Ҡыҙҙарға:
* Балалар косметикаһы;
* Сымһыҙ наушник йәки колонка;
* Фотосессия;
* Смартфон;

* Шопинг;
* Селфи-таяҡ;
* Аҡыллы сәғәт.

Һөйгән ҡыҙға:
* 3D лампа;
* Биҙәүестәр өсөн шкатулка (уның
эсе буш булмаһын);
* Яратҡан хушбуйы;
* Пауэрбанк;
* Стилле портмоне;
* Смартфон өсөн лампа;
* Матурлыҡ салонына сертификат.

Ҡатындарға:
* Яратҡан гөлөн;
* Аҡыллы сәғәт, фитнес-беләҙек;
* Спорт аксессуарҙары (әгәр спорт
менән шөғөлләнһә);
* Шәмдәр артында романтик киске
аш, йәки ресторанға саҡырығыҙ;
* СПА, массаж салондарына сертификат;
* Яратҡан йырсыһының концертына билет;

* Массажер; 

Өләсәйҙәргә:
* Йылы шәл, плед, йөн тәпишкәләр;
* Тәмлекәстәр, сәйҙәр;
* Ортопедик мендәр;
* Хобби кәрәк-яраҡтары;
* Ҡулдан эшләнгән хуш еҫле һабындар;
* Магазинға йөрөү өсөн тәгәрмәсле сумка;
* Матур рамка эсенә ҡуйылған
иҫтәлекле фотолар.
Күреүегеҙсә, 8 мартҡа бүләк һайлау ҡатмарлы ла, бер үк ваҡытта ҡыуаныслы ла эш. Бүләк һайлағанда хаталанмаҫ өсөн ҡатын-ҡыҙҙың статусын, уның тормоштағы стилен, хоббиһын, һөнәрен, юмор хисен һәм һеҙҙең ниндәй кимәлдә аралашыуҙы иҫәпкә алығыҙ.

ИНТЕРНЕТТАН.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: