Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2022, 11:16

Йөрәгендә бары изгелек

Яҙҙың сыуаҡ көнөндә донъяға килгәнгәме, уның йөҙө һәр саҡ ҡояш кеүек балҡый, кешеләргә тик йән йылыһын өләшеп йәшәй.

Йөрәгендә бары изгелек
Йөрәгендә бары изгелек

1937 йылдың 10 мартында Ҡолсобай Бикбай улы Бикбаев менән Гөлзифа Әһел ҡыҙы Әҙелмырҙиналарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып Мәүзифа исемле ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. “Бала сағым бик ауыр йылдарға тура килде. Ауылда электр уты булманы, яландан йыйылған игендең ҡойолоп ҡалғанын әсәйҙәр һепереп алып ҡайта ла, шуны йыуып киптергәс, ҡул тирмәне аша үткәреп икмәк бешерә торғайны. Ә үҙебеҙ иген утарға йөрөнөк. Был ярҙам өсөн беҙгә ярты литр ойотҡан эсерә инеләр. Ойотҡанды яланға мискәләр менән алып киләләр ине. Ашарға булмаған кеүек, кейергә кейем дә юҡ ине. Электр уты булмағанлыҡтан әхирәтем һәм күрше ҡыҙы менән ай яҡтыһын таң атҡан тип бутап мәктәпкә барғаныбыҙ ҙа иҫтә ҡалған.

VII кластан һуң комсомол ҡушыуы буйынса һарыҡ бәрәстәрен дә үҫтереп бирҙем. Егермешәр һарыҡ булып китә ине. Электр бағаналарын ултыртырға ла уҡыусы балалар соҡор ҡаҙырға ярҙамлашты”, - тип хәтирәләрен бәйән итә Мәүзифа инәй.

Ҡушыҡ ауылы егете Ғәни Йомабай улы Сибәғәтовҡа 17 йәшендә генә тормошҡа сыға. 22 йәшлек егет әрменән ҡайтҡас та күҙ һалып йөрөгән ҡыҙҙы һоратырға бара. Ҡыҙ ҡаршы килмәй, атаһы ла ризалығын биргәс, матур ғына йәшәп алып китәләр. Мөхәббәтле ғаиләлә 5 бала - 1 ҡыҙ һәм 4 малай донъяға килә.

Донъя көтә башлау ауыр тойолһа ла, бирешмәйҙәр. Ғәни ағай колхозда эшләгәс бесәнлеген дә, өй һалып сығырға ерен дә, ағасын да бирәләр. Бейек, яҡты өй һалып, мал-тыуар үрсетеп йәшәп китәләр. Ысынлап та, Ғәни ағай менән Мәүзифа апай ғүмер буйы кәртә тултырып мал аҫраны: һыйыры ла, аты ла, һарыҡтары ла, өсәр оя ҡаҙы ла, ҡош-ҡорто ла булды. Картуфын да, йәшелсәләрен дә сәстеләр. Шулай тырыш булғанға ла улар һәр бер балаһын уҡытып, башлы күҙле итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Мәүзифа инәй ғүмер буйы ҡәйнәһе менән йәшәй. Улар үҙ-ара татыу ғүмер кисерәләр, бер-береһенә терәк булып, ярҙамлашып, ярты һүҙҙән аңлашып көн итәләр.

Ат егеп Белоретҡа барып, утынын да, итен дә, картуфын да һаталар. Йәш саҡта шулай картуф алып баралар. Мәүзифа инәй баҙарға барып ингәс тә, бер ҡатын янына килеп: “Өйөмә тиклем алып барһаң, бөтә картуфыңды үҙем һатып алам”, - ти. Ул риза була. Ҡатынды атҡа ултыртып, өйөнә юлланалар. Барып туҡтағас, ҡапҡаһын асып кәртәһенә индерә. Ҡапҡаһын бикләп ҡуйғас Мәүзифа инәй ҡурҡып китә. Ҡатын картуфты баҙға төшөрөп биреүен һорай. Уныһына ла ризалаша (ни хәл итһен, ҡапҡа бикле). Картуфты төшөрөп бөткәс, шомланыуы юҡҡа була, сәй эсереп, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡала теге ҡатын.

Баҡсаһында йәшелсә генә түгел, еләк-емеш, ҡарағат, сәскәләрен дә үҫтерә Мәүзифа инәй. Ә инде тәҙрә төптәрендәге гөлдәре йыл әйләнәһенә сәскә ата. Уның балалары ла үҙе кеүек гөл-сәскәләрҙе яратып үҫтерә.

Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова ла Мәүзифа инәй менән бик ғорурланып һөйләй. Ике туған килене булараҡ бик татыуҙар, тығыҙ бәйләнештәләр, һәр ваҡыт ҡатнашып йәшәйҙәр:

- Уның миңә килен булып төшкәс тә әйткән кәңәштәре әле лә иҫемдә. Бер ваҡытта ла кеше һүҙенә ышанма, тормош ауырлыҡтарына бирешмә, тине. Яңы ғына донъя көтә башлаған килендәргә аҡыллы, фәһемле кәңәштәрен бер ваҡытта ла йәлләмәй, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Уның үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән күлдәктәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Ол йәштә булыуына ҡарамаҫтан әле лә йөнөн иләп, һәр бер ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп бирә. Уның тағы бер үҙенсәлеге - туғандары араһында туй үтһә, ҡунаҡтарҙы өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, бүләктәр биреп оҙатып ҡала, - ти ул.

Ейәнсәре Лаура ла өләсәһен яратыуын, уның күпереп бешкән икмәктәрен, һалма ҡырҡып бешергән аштарын, тәмле сәйҙәрен һағынып ҡайтам, ти.

Тормош иптәше Ғәни Йомабай улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, 59 йыл ғүмер итәләр. Гәүһәр туйҙарына бер нисә генә ай ҡалғас, Ғәни ағай яҡты донъя менән хушлаша… Улар үҙ-ара бик татыу, күҙ ҡараштарынан аңлашып, мөхәббәтле ғүмер кисерәләр.

Әлеге көндә Мәүзифа инәйҙе балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡурсалап ҡына тора. Һәр саҡ килеп, хәл-әхүәлен белешеп торалар. Гәзит-журналдар уҡырға ла яратам, ти, ул. “Урал” гәзитенән бер ваҡытта ла өҙөлмәй, көтөп алып, бер битен ҡалдырмай уҡый.

Яҙҙың сыуаҡ көнөндә донъяға килгәнгәме, уның йөҙө һәр саҡ ҡояш кеүек балҡый, кешеләргә тик йән йылыһын өләшеп йәшәй. Алдағы көндәрҙә лә имен-һау булып, күңел тыныслығында йәшәүен, изгелек тулы оло йөрәгенең арыу-талыу белмәүен теләргә ҡала.

Люциә ШАҺИМОРАТОВА.
Сермән ауылы.

 

Автор:
Читайте нас: