Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Март 2022, 17:22

Бар тереклек - яҡтылыҡтан

Киске ҡала буйлап йөрөгәнегеҙҙә күп кенә йорттарҙың тәҙрәләре көрән күк төҫкә мансылғанына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Баҡсасы хужабикәләр үҫемлектәре ныҡлы булып үҫһен өсөн тәҙрә төптәренә фитолампа ултыртҡан. Конструкция көрән күк-алһыу төҫтә булып күренһә лә, ысынында иһә уның спектрында күк, ҡыҙыл төҫтәр бар. Күк ультрафиалет көслө тамыр системаһы үҫешенә, йәшел массаны үҫтереүгә булышлыҡ итһә, ҡыҙыл төҫ сәскә атыуҙы көсәйтә.

Бар тереклек - яҡтылыҡтан
Бар тереклек - яҡтылыҡтан

НИМӘ УЛ ҮҪЕМЛЕКТӘР ӨСӨН ФИТОЛАМПА?

Үҫентеләр өсөн махсус фитолампа - үткәргесле лампалы ғәҙәти булмаған яҡтыртҡыстар.

Көндөҙгө тәбиғи яҡтылыҡ үҫентеләргә йылы һәм яҡтыға ихтыяжды тулыландырмай. Өҫтәмә яҡтыртыу өсөн ябай яҡтыртҡыстар ҙа бармай. Улар япраҡтарын һәм һабағын яндырасаҡ. Үрсетмә өсөн яҡтылыҡ ойоштороу ябай. Бының өсөн фитолампа һатып алырға һәм уны дөрөҫ урынлаштырыу ғына кәрәк.

Ҡышын үрсетмәне тейешле яҡтылыҡ менән тәьмин итеү өсөн ҡояш активлығы етмәй. Фитолампаларҙың нурланыу спектры үҫешкән. Үткәргесле лампаларҙан айырмалы йылылыҡты аҙ кимәлдә һәм күп яҡтылыҡ бирә. Тәбиғи яҡтылыҡты тулыһынса алыштыра алмаһалар ҙа, дефицитты яҡшы тулыландыра. Фитолампалар үрсетмәне яҡтыртыу өсөн генә тәғәйенләнмәгән. Мөһим эффект - үҫемлектәрҙең үҫешен нормалаштыра. Үрсетмә яҡтылыҡҡа ынтыла икән, ул сибек, тиҙ һыныусан һәм бай уңыш килтермәй. Ә ультрафиолет үҫентеләргә һуҙылырға ирек бирмәй. Һөҙөмтәлә, япраҡтары менән һабағы ла, тамыры ла яҡшы үҫешә.

Ябай үткәргесле йәки көндөҙгө яҡтылыҡ лампаларын файҙаланыу һөҙөмтә бирмәй, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Улар үрсетмәнең япраҡтарын яндырыуы һәм һулыуы ихтимал. Зыянланған үрсетмә уңыш килтермәйәсәк.


ЛАМПА ҺАЙЛАҒАНДА НИМӘГӘ ИҒТИБАР ИТЕРГӘ КӘРӘК?

Лампаны һайлағанда дүрт мөһим параметрына иғтибар бирергә кәрәк.

Иң ҙур майҙанды яҡтырта. Ул күпме үрсетмәнең яһалма яҡтыртҡысҡа мохтажлығына ҡарай. Күпме үрсетмә, шул тиклем лампа ҡулланыла. Күп үрсетмә өсөн яҡтыртҡыс панель алыу яҡшыраҡ.

Спектр. Тәжрибәле баҡсасыларһары һәм йәшел яҡтылыҡлы лампаларҙы алырға кәңәш итмәй, сөнки был төҫтәр үрсетмәнең үҫешенәтәьҫир итмәй. Бының өсөн ҡыҙыл һәмкүк төҫтәге приборҙар бара. Улар ҡатнаш булыуы ла ихтимал, был осраҡтаиһә ҡыҙыл төҫ күберәк булырға тейеш.

Тулҡындар оҙонлоғо. Был параметр тураһындағы мәғлүмәттәрҙелампалар ҡабында ҡарарға мөмкин.440-460 нанометр - күк өсөн, 640-660 нанометр ҡыҙыл төҫ өсөн.

Гарантия ваҡыты. Был төр приборҙар оҙаҡ хеҙмәт итергә тейеш.Әгәр ҙә етештереүсе гарантияны бер йәки ярты йылға бирә икән, һеҙҙә шик уятырға тейеш. Фитолампаларҙың ике йылдан да кәм булмаған гарантияһы булғанын һайларға кәрәк.


НИНДӘЙЕ ЯҠШЫРАҠ?

Фитолампалар төрлө формала:дүрткел, түңәрәк, прожектор һәмһыҙыҡлы була.

Дүрткелдәрен фитопанель тип тәйөрөтәләр. Уларҙы күп үрсетмәләрҙеяҡтыртыу өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән,кәштәләрҙәгеһен. Бындай яҡтыртыуэлементтарын горизонталь дә, вертикаль дә урынлаштырырға мөмкин.

Түңәрәктәре - йәшниктәрҙәге үрсетмәләрҙе яҡтыртыу өсөн уңайлы.

Прожектор лампалар түңәрәклампаға оҡшаған, ул ҙур майҙандыяҡтырта һәм ҙур алыҫлыҡты ала.

Һыҙыҡлылары - оҙонса формалағы приборҙар. Рәткә ултыртылғанүрсетмәләр өсөн ҡулайлы. Бындайҙарын теплицала ла, тәҙрә төптәрендәлә файҙаланырға була. Фитопанелдәрҙе бүлмә гөлдәрен яҡтыртыу өсөндә ҡулланырға мөмкин.

 

ҠАСАН ҺӘМ КҮПМЕ ЯНДЫРЫРҒА МӨМКИН

Өҫтәмә яҡтылыҡты орлоҡтар шытып сыҡҡандан һуң, 3-5 көн үткәс ҡуйырға була. Әгәр ҙә үҫемлектәрҙе ҡояш яҡтыһы төшкән бинала үҫтерергә уйлайһығыҙ икән, яҡтыртыу даими булырға тейеш. Әгәр ҙә үрсетмә тәбиғи ультрафиолет йоғонтоһо булған урында урынлашҡан икән, яҡтылыҡты сикләргә кәрәк. Кәбеҫтә,еләк, ҡауын, картуф өсөн - 12 сәғәт яҡтылыҡ, томат, баклажан, боросҡа- 14 сәғәткә тиклем ваҡыт кәрәк.Һуған, сельдерей һәм базилик өсөн16-18 сәғәткә тиклем. Сәскәләр үрсетмәһен яҡтыртыу 16 сәғәттән дә кәм булмаһын

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: