+9 °С
Ясна
1. Төп ҡағиҙә — төрлөлөк. Бала рационында икмәк тә, ярма ла, йәшелсә лә, еләк-емеш тә, ит, балык, йомортҡа, май, һөт ризыҡтары ла булырға тейеш. Ара-тирә тәм-том да. Бутҡа, икмәк, макарон - бала өсөн көс һәм энергия сығанағы.
2. Бала көнөнә бер еләк-емеш ашаһа яҡшы. Әйтәйек, алма, әфлисун, анар емеше (гранат), банан.
3. Кәнфит, торттарҙы, ҡайнатмала, еләк-емеш иҙмәһе менән алмаштырыу яҡшыраҡ. Газлы, баллы һыуҙар урынына иһә — компот, бал менән сәй
4. Бала организмына һыйыр, ҡуян, күркә, тауык ите файҙалы. Ит гемоглобинды тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә.
5.Һуған, һарымһаҡ тураһында ла онотмағыҙ. Улар — ауырыуҙар алып килә торған микробтар менән көрәштә лә ярҙамсы.
Фото: business-m.eu