Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2022, 13:43

Теплицағыҙҙа ниндәй томат үҫә?

Ҡатмарлы климат шарттары баҡсасы­ларҙан помидорҙың районлаш­тырылған сорттарына өҫтөнлөк биреүҙе талап итә. 

Теплицағыҙҙа ниндәй томат үҫә?
Теплицағыҙҙа ниндәй томат үҫә?

Себер, Урал

 Илебеҙҙең төньяҡ төбәктәрендә йәй 1-2 ай ғына дауам итә. Шуға күрә был яҡтарға томаттарҙың индетерминант (томат һабағы  һәйбәт үҫә) сорттарҙы һайларға кәңәш ителмәй.

Бейеклеккә үҫергә ынтылыусан үҫемлек­тәр бар ҡеүәтенә уңыш бирә алмай. Тәжрибәле баҡсасылар төньяҡ райондарҙа эре емешле детерминант үҫемлектәрҙе үҫтерергә кәңәш итә.

Урал, Себер яҡтарында үҫтереү өсөн иң яҡшы сорттар: «Медовый спас», «Матреша», «Интуиция», «Пузата хата», «Орлиный клюв», «Батяня», «Кенигсберг», «Медвежья лапа», «Сенсей», «Шапка мономаха».

Помидор сорттарының төрлөлөгө

Вегетацион ваҡытын иҫәптә  тотоп, помидор сорттарын дүрт категорияға бүлергә мөмкин.

Бик иртә өлгөргән сорттар (сәскәндән башлап уңыш биргәнгә тиклем 95 – 105 көн үтә).
Иртә өлгөргән сорттар (105 – 115 көн).
Уртаса иртә өлгөргән сорттар (116 – 135 көн).
Һуң өлгөргән сорттар (130 көндән ашыу).
Иң уңдырышлылары тип иртә һәм уртаса иртә өлгөргән сорттар һанала.

Сорттарҙы билдәләгән башҡа мөһим яҡтары – формаһы, төҫө һәм ҙурлығы, уларҙың итләслеге һәм ҡулланыу маҡсаты.

Йәшелсәнең формаһы буйынса түңәрәк, оҙонса түңәрәк, йомортҡа кеүеге, ҡабырғалыһы була.

Теплица эсендә шарттар тыштағынан ҡырҡа айырыла. Бында үҙенә күрә микроклимат – дымлы, йылы, аҙ һауа венти­ляцияһы менән шарттар тыуҙырыла.

Был, бер яҡтан, үҫемлектәрҙең үҫеүенә булышлыҡ итә, әммә, икенсе яҡтан, төрлө сирҙең барлыҡҡа килеү ихтималлылығын арттыра. Шуларҙы иҫәптә тотоп, теплица өсөн яраҡлы сорттарҙы һайлайҙар.

Һайлағанда нимәгә иғтибар итергә?

Һабаҡ төрө

Помидор һабағы буйынса айырымлана: индетерминант (бейеклеккә ныҡ үҫеүсән) һәм бәләкәй буйлы. Бәләкәй буйлылары иртә уңыш бирә, емеше уртаса ҙурлыҡта була.

Индетерминант үҫемлектәр оҙағыраҡ,  бейек булып үҫә, һуңғараҡ уңыш бирә, әммә помидоры күберәк һәм эрерәк.

Уңдырышлылыҡ

Бер квадрат метрҙан йыйып алынған уңыш күләменән  сығып билдәләнә. Теплицалар өсөн бер квадрат майҙандан 11-15 кг уңыш йыйыу уртаса һанала.

Суперуңыш бирә торған гибрид культуралар 20 килограмдан ашыу емеш бирә ала.

Помидорҙың ҙурлығы

Бәләкәй һәм уртаса помидор тоҙлай торған һанала. Төрлө салат өсөн ҡулланалар, өҫтәүенә, яҡшы һаҡлана.

Эре томат тәмлерәк һәм хуш еҫлерәк була, әммә консервалау өсөн файҙаланмайҙар, әҙерләүгә яҡшы була. Улар оҙаҡ һаҡланмай, шуға өлгөргән мәлендә ашарға кәрәк.

Сирҙәргә бирешмәүсәнлек

Дымлы, насар елләтелгән теплицала патологик микрофлора үрсей.

Үҫемлектәрҙе сирҙәрҙән һаҡлау өсөн күпселек сиргә ҡаршы тора алырлыҡ юғары иммунитетлы  гибрид сорттарҙы һайлау зарур.

Өлгөрөү ваҡыты

Помидорҙың тиҙ өлгөрөүсән, һуң өлгөрөүсән, уртаса өлгөрөүсән төрҙәре бар.

Миҙгеленә ике уңыш йыйырға теләүселәр беренсеһен һайлай. Ә икенселәре һуң өлгөрә, әммә уңышты мулыраҡ бирә.

Һаҡлау ваҡыты

Һаҡлау ваҡыты буйынса ла сорттары төрлө була. Айҙар буйы, бер нисә аҙна һаҡланғандары ла бар.

Шуға күрә ултыртыу алдынан күпме уңыш алырға һәм  эшкәртергә  теләүҙе, ә күпмеһе  оҙайлы һаҡлауға кәрәклеген планлаш­тырырға кәрәк.

Әгәр йәшелсә һатыу өсөн үҫтерелә икән, уның ташып йөрөтөүгә ныҡлылығына  (транспортабельность) иғтибар бирергә кәрәк.

Орлоҡ һайлағанда тағы бер мөһим нәмә – районлаштырылған сорттар. Нисек кенә теләһәгеҙ ҙә, көньяҡ өсөн махсуслаш­тырылған сорттарҙы беҙҙең климатта үҫтереү икеле.

Яҡшы уңыш алам тиһәгеҙ, теплица өсөн помидорҙың яҡшы сорттарын тик тейешле магазиндарҙан ғына һатып алырға кәңәш ителә.

Орлоҡ һайлағанда шулай уҡ  тәменә, үҙ-үҙен һеркәләндерә, үҙгәреүсән темпе­ратураға яраҡлаша алыуына иғтибар итергә кәрәк.

Поликарбонат теплицала үҫтереүгә ябыҡ грунтҡа яраҡлаштырылған (гибрид) сорт­тарҙы һайларға кәңәш ителә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың компакт һәм бәләкәй буйлы йәки тарбаҡланып һәм бейек булыуы ихтимал.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: