Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2022, 12:41

Аяҡ

Такси шоферы Зѳфәр смена сәғәте тулыр алдынан аҙыҡ-түлек магазинына һуғылырға булды. Ҡатыны икмәк, һѳт алырға ҡушҡайны. Ул ғәҙәте бу-йынса, пассажирҙар берәй нәмәләрен онотоп ҡалдырмағайы тип, артҡы ишекте асты һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, аҡырып ебәрҙе.- Милиция! Ҡарауыл!

Аяҡ
Аяҡ

Ләкин ҡабаланып тегеләй-былай йѳрѳүселәр уға иғтибар итмәне, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы ине.
"Юҡ, юҡ, был хаҡта хәбәр таратыр-
ға ярамаҫ. Тик торғанда әллә ниндәй бәлә тағып ҡуйыуҙары бар", - тип Зѳфәр тештәрен ҡыҫты һәм ашығып машинаһына кереп ултырҙы. "В парк" тип яҙылған ҡатырға киҫәген тиҙ генә алғы тәҙрәгә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Үҙәк урамға сығып ҙур тиҙлек менән бер аҙ барғас, тынысыраҡ урында тормозға баҫты. 
"Кем эше был? Кем ҡалдырған? Пассажирҙарҙың ҡайһыһы бандит булды икән? Ниндәй маҡсат менән былай эшләргә уйлаған?.." Баш ватҡан һайын Зѳфәрҙең күңелен береһенән-береһе яманыраҡ уйҙар биләй барҙы. "Бәлки, канауға ырғытырға кәрәктер? Юҡ, ярамай. Йә күреп ҡалырҙар, йә эҙ буйынса табыр-
ҙар. Әгәр күмһәм? Ул сағында туранан-тура енәйәткә иҫәпләрҙәр. Енә-йәт ҡылыуҙа ғәйепләрҙәр... Йә Хоҙай, күрәсәктәр бар икән әле..."
Ул курткаһын һалып артҡы иҙәнендә ятҡан ҡот осҡос нәмә ѳҫтѳнә ташланы ла автомобилендә ѳйѳнә ҡарай елдерҙе.
- Ниңә тѳҫѳң ҡасты? Әллә берәйһен бәреп йыҡтыңмы? - тип ҡаршыланы ҡатыны.
- Әлеге шул шикләнеүең. Икмәк, һѳт индерҙем. 
- Туҡта әле, туҡта, ниңә күҙҙәрең алан-йолан ҡарана... 
Зѳфәр юлығылған бәлә хаҡында серҙе сисмәҫкә ҡарар итте. "Аллам һаҡлаһын, йә шунда уҡ күршеләргә йүгереп инер ҙә хәбәр тарата башлар. Бумала башҡа ышан", - тип сығып ысҡынырға ашыҡты.
Нимә эшләргә лә белмәгән Зѳфәр ҡала урамдары буйлап елдерҙе. Юлдың яртыһына уҡ сығып, ҡулдарын 
күтәреп туҡтауын һорағандарға ла иғтибар итмәне. Исмаһам, берәй гаишник та туҡтатып машина эсенә күҙ һалмай. Шулай тотолғанда күңелгә еңелерәк булыр кеүек. Тик, 
әмәлгә ҡалғандай, уға ҡараусы ла юҡ.
"Әллә машинаны гаражға ҡайта-
рырға ла китергәме икән?! Икенсе кѳндѳ һораһалар, күрмәнем дә, белмәнем дә. Пассажирҙарҙың теләһә нимәләрен онотоп ҡалдыра торған ғәҙәте бер бѳгѳн генәме. Юҡ, булмай. Кем ышанһын быға. Һин автомобилеңде тикшереп тапшырырға тейешһең. Ышан хәҙерге заман бәндәһенә, бомба ҡалдырыуҙары ла ихтимал..." - тип тѳрлѳсә баш ватты. 
Һәм, ниһайәт, такси шоферы бѳтәһен дә түкмәй-сәсмәй диспетчерға һѳйләп бирергә ниәтләне. Выжылдап автопредприятие ихатаһына барып керҙе.
- Путевканы ал, - тине ул, бәләкәй тәҙрәгә эйелеп.
- Һиңә нимә булды, Иҫәнғәлиев? - тип ѳҫтәл артында ултырған ҡатын ҡыҙыл ирендәрен алға һуҙа биреп, күҙҙәрен тондороп Зѳфәргә баҡты. - Авариямы?
- Үҙ тәгәрмәстәрем менән ҡайттым.
- Тѳҫѳң ҡасҡан.
- Керәйем әле, - тип бышылданы Зѳфәр, арттан инеп йѳрѳй торған ишеккә ымлап.
Диспетчер, башҡа кеше юҡмы тигәндәй, тәҙрә яғына үрелә биреп ҡарап алды ла, башы менән генә ымлап, ин тигәнде аңлатты. 
- Эштәр харап, - тип әкрен генә һѳйләнде такси шоферы, - энә осо тиклем дә ғәйебем юҡ. 
- Кеше тапаттыңмы? - тип диспетчер ҡатын Зѳфәргә үрелә биреп, ныҡ ҡалҡыу күкрәге менән ѳҫтәлгә ятты. - Ташлап ҡастыңмы?
- Артҡы кабина иҙәнендә ята.
- Кем?
- Һыңар аяҡ. Кешеһе юҡ.
- Китсе! Ҡайҙан алдың ул аяҡты?
- Бандиттар ташлап ҡасҡандар.
- Уф, йѳрәгем. - Бармаҡтарына әллә нисәшәр йѳҙѳк кейгән диспетчер ҡулы менән күкрәген ҡапланы: - Кемдәр икәнлеген хәтерләмәйһеңме? 
- Береһе менә, береһе тѳшә тигәндәй, ултырған һәр кешене иҫтә ҡалдырырлыҡмы һуң? 
- Ҡасан күрҙең?
- Смена тамамланғас.
- Күпме әйтергә булалыр инде һеҙгә, күпме. Күҙҙе асып йѳрѳргә кәрәк бит. Ярай әле аяҡ ҡына, әгәр ҙә мәйет ултыртып ебәрһәләр. Ирҙәрҙекеме, ҡатындарҙыҡымы?
- Нимәһе?
- Бәй, аяҡ тиһең бит.
- Ҡарарға шѳрләнем.
- Гендиректорға шылтыратайыҡ. Был бит, был, нисек кенә әйтәйем, оло ЧП. Машиналар бәрелешеү генә түгел. Ниңә бында алып ҡайттың? Тураға йә моргка, йә милицияға илтеп тапшырырға ине. Хәҙер ҙур скандал кѳтә. Аҡса тапһаң, ѳнѳңдѳ лә сығармаҫ инең әле, аяҡ булғас - предприятие...
- Бәлки, начальствоға еткермәҫкә кәрәктер.
- Атаң башы, аяҡ тейәп ҡайтҡан да, понимаешь, хәҙер ҡалтырап тора. - Диспетчер телефон номерын йыя башланы. - Ал-ло, фатирмы? Фәсхетдин Зәйнетдиновичты мѳмкинме? Ҡайтманымы. Ә-ә, эйе шул. Йы-
йылыш бара шикелле. - Ҡатынҡай телефон трубкаһын ҙур һаҡлыҡ менән кире ҡуйҙы ла кеткелдәп кѳлѳп ебәрҙе. - Әле беҙҙә йыйылыш бара икән, белмәй ҙә ултырам. Кругом алдашалар. Милицияға хәбәр итәйек.
- Ҡурҡам.
- Диуана, хәҙер ни ҡасып та ҡотола алмаҫһың. Алға, Иҫәнғәлиев! Сигенеү юҡ.
- Кемдәрҙе ултыртыуымды тикшерә башлаһалар? Береһен дә хәтерләмә-
йем, - тип һѳйләнде такси шоферы. - Былай булғас, баш бѳттѳ. 
- Ҡайғырма, милицияға барып юлыҡһаң, иҫеңә тѳшѳрѳргә ярҙам итерҙәр.
- Тирә-яҡҡа сыйнаған тауыштар яңғыратып, уттарын ялтлатып автопредприятие ихатаһына ѳс милиция автомобиле килеп инде. Эттәре лә бар ине.
- Кем хәбәр итте? - тип ҡысҡырып һораны диспетчер бүлмәһенә алдан кергәне.
 - Беҙ, - тип һикереп торҙо ѳҫтәл артындағы ҡатынҡай.
- Труп ҡайҙа? Бында ҡайҙан килеп кергән?
- Мин - такси шоферы Иҫәнғәлиев. Тотош мәйет түгел, һыңар аяҡ ҡына. 
- Һулымы, уңымы? Аяҡтың тимен.
 - Ҡараманым. Ҡайһыһы булһа ла барыбер түгелме ни?
Бөтәһе лә ихатаға сығырға йы-
йынғанда ғына ниндәйҙер ҡатын сәс-рәп килеп керҙе.
- Таксиҙарығыҙға хәбәр итегеҙ, иремдең аяғы машинала киткән,- тип тотлоға-тотлоға һөйләй башланы әлеге бисә, туҙғыған сәсен рәтләргә тырышып. 
- Ниндәй аяҡ, кәүҙәһе ҡайҙа?
- Кәүҙәһе өйҙә һүгенеп ултыра. Иптәш милиционерҙар, ирем бер алкаш. Шешәләштәре килтереп ташланы – аяғы юҡ.
- Нисек инде үҙе бар, аяғы юҡ?
- Протез аяҡлы ул. Шуныһы таксиҙа киткән.
- Уф, үләм,- тип Зөфәр сүгә башланы.
Уны ҡултыҡлап алып стена бу-
йындағы креслоға ултырттылар. Һыу эсерҙеләр.
- Килтерегеҙ аяғын, һуғып һындырам,- тип һөйләнде такси шоферы, ирендәрен саҡ ҡыбырлатып.

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: