Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2022, 15:52

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Бөгөн ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Уны лайыҡлы үткәрергә яҙһын, илебеҙ имен булһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен!

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!


Рамаҙан айына сәхәр, ифтар, намаҙ уҡыу ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ

Ниәт һәм ифтар доғалары
 
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:
 
Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл фәжри иләл-мәғриб. Хәлисал-лилләһи тәғәлә.
Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым.
 
Ҡояш байып, сираттағы көндөң ураҙаһы тамамланғас, бер семтем тоҙ йәки бер йотом һыу, шулай уҡ хөрмә кеүек татлы емештәр менән ифтар ҡылыу, ауыҙ асыу - сөннәт сауаплы.
 
Ауыҙ асҡандан һуң, ошо доға уҡыла:
 
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғфир ли йә ғаффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү. 
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһ, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом үә мин Һиңә генә иман килтерҙем, үә Һиңә тәүәккәл иттем, үә Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа. 
 
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: