

Ошо кѳндәрҙә район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте. Ҡоролтай ултырышында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, ҡоролтайҙың рәйес урынбаҫары Сатура Минһажитдинова, ҡала-райондың татарҙар йыйыны йәмәғәт ойошмаһынан, рустар соборы йәмәғәт ойошмаһынан һәм ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайына 2000 йылдан алып Илгиз Сафа улы етәкселек итә. Быға тиклем дә ул "Иҙел башы" йәмәғәт ойошмаһында хеҙмәттәштәре менән әүҙем йәмәғәт эшен алып барҙы. Район-ҡала башҡорттары Илгиз Теләүбаевҡа ышаныс белдереп, уны дүрт тапҡыр рәйес вазифаһына һайлап ҡуйҙылар. Ошо йылдар эсендә башҡорт ҡоролтайы һәм уның ағзалары тарафынан бик күп эштәр башҡарылды. Улар тураһында "Урал" гәзитен алдырыусылар "Ҡоролтай", "Башҡорт донъяһы", "Ағинәйҙәр", "Аҡһаҡалдар", "Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ", "Замандаш", "Нисек йәшәйһең, ауыл?", "Тарихыбыҙ" һәм башҡа рубрикалар аҫтында мәҡәләләр уҡып барҙылар. Ҡоролтай рәйесе Илгиз Сафа улы үҙенең 22 йыллыҡ йәмәғәт эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһап, үҙен район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйеслегенән бушатыуҙарын һорап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улына һәм ҡоролтай ағзаларына ғариза менән мѳрәжәғәт итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов Илгиз Теләүбаевҡа оҙаҡ йылдар район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында йәмәғәт эшен яҡшы алып барғаны ѳсѳн рәхмәт белдерҙе һәм уның ғаризаһын ҡәнәғәтләндереүҙе һорап, ҡоролтай ағзаларына мѳрәжәғәт итте. Илгиз Сафа улына йәмәғәт эшендә фиҙаҡәр хеҙмәт иткәне ѳсѳн ҡоролтай ағзалары ла рәхмәт белдерҙе һәм сәскә гѳлләмәһе бүләк итте.
Ҡоролтай ултырышында шулай уҡ рәйес урынбаҫары Сатура Минһажитдинованың да урынбаҫарлыҡтан азат итеүҙәрен һорап яҙған ғаризаһын уҡып ишеттерҙеләр һәм тауышҡа ҡуйып, ыңғай хәл иттеләр.
Сатура Жәүәт ҡыҙы район-ҡала башҡорттары ҡоролтайында 1987 йылда, "Урал" гәзитенә эшкә килгәндән алып йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 2010 йылдан алып район-ҡала башҡорттарының рәйесе урынбаҫары эшен алып барҙы. Ошо йылдар эсендә уның башҡорт донъяһында ҡайнауына ла 35 йыл ваҡыт үткән. Ҡоролтайҙа йәмәғәт эшен алып барыуына һәм шул йылдар эсендә рәйес урынбаҫары булып үтә яуаплы эште башҡарыуына ла 12 йыл ваҡыт үткән. Ҡоролтай эштәре, башҡорт донъяһында үткән ваҡиғалар, тарихыбыҙ, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф, "Ағинәй"ҙәр, "Аҡһаҡал"дар, топонимика, ауылдарҙың көнитмеше, халыҡ, милләт һәм башҡа, беҙҙе уратып алған башҡорт донъяһына ҡағылышлы ваҡиғалар тураһында гәзиттә күпме мәҡәләләр донъя күргән! Үҙе лә шул ваҡиғалар эсендә ҡайнаған һәм изге эштәр эшләгән.
Ҡоролтайҙа Таңсулпан Бүләкбаева, Рәфил Иҙрисов сығыш яһап, ҡоролтай эштәренә байҡау яһанылар, Илгиз Сафа улына, Сатура Жәүәт ҡыҙына рәхмәт белдерҙеләр.
Эйе, ошо йылдар эсендә Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы I, II, III, IV, V Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа үҙ ѳлѳшѳн индереп йәшәне. Район-ҡала халҡының рухи үҫеше ѳсѳн ыңғай шарттар тыуҙырылды, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында закондың үтәлеше контролдә тотолдо, халыҡ һаулығын һаҡлау һәм демографик хәлде яҡшыртыу буйынса даими саралар үткәрелде, йәш быуынға белем биреү системаһы камиллаштырылды, уға даими иғтибар бирелде, дәүләттең йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, уларҙы актив йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, спортҡа, мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙа ныҡышмалы эш алып барылды. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен тергеҙеү һәм мәңгелләштереү буйынса күп эштәр башҡарҙы. Уларҙың исемдәре мәктәптәргә, музей, мәҙәниәт йорттарына, урамдарға бирелде. Яныбай Хамматов, Зѳбәй Үтәғолов исемендәге премиялар булдырылды. Шағирҙарға "Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор" премияһы бирелә. Ырыуҙар тарихын барлау, аралар шәжәрәһен тѳҙѳү, ер-һыу атамаларын, ауылдар тарихын ѳйрәнеү әүҙем барҙы. "Шәжәрә", "Һаумыһығыҙ ауылдаштар!", ырыуҙар, йола байрамдары үткәрелә. Боронғо традицияларҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе, борондан килгән кәсепселек, һѳнәрселекте үҫтереү буйынса эштәр алып барылды. Халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашып, һәр кешенең үҙ милләтен дѳрѳҫ билдәләүе ѳсѳн "Урал" гәзите аша аңлатыу эштәре алып барылды. Йәштәргә, балаларға, халыҡҡа дѳрѳҫ дини тәрбиә биреү эшендә әүҙем ҡатнашты ҡоролтай ағзалары. Район-ҡалалағы мәсеттәрҙе законлаштырыуҙа ярҙам итте, кәңәштәр бирелде, семинарҙар үткәрелде. Урындарҙағы ҡоролтайҙар ағзалары, оло йәштәге ағайҙар, ауыл халҡы тарафынан район ауылдарының күпме зыяраттары кәртәләнде.
Балаларҙы туған телдә уҡытыу сифатын күтәреү маҡсатында мәғариф идаралығының башҡорт теле методисы менән берлектә саралар күрелде, рейдтар, конкурстар ойошторолдо, асыҡ дәрестәр үткәрелде. Мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында халҡыбыҙ йолаларын балаларға күрһәтеү буйынса тѳрлѳ саралар үткәрелде. Яҙыусылар, шағирҙар, "Ағинәй"ҙәр менән осрашыуҙар, Халыҡ-ара туған тел кѳнѳнә бағышланған саралар, башҡортса диктан яҙыу һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылды. Былар ҡоролтай ағзалары башҡарған эштәрҙең бер ѳлѳшѳ генә.
Шул уҡ ваҡытта тормошобоҙҙа халҡыбыҙға хас булмаған насар ғәҙәттәрҙең тәрән үтеп инә барыуын билдәләргә мѳмкин. III Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алып район-ҡала ҡоролтайының эш пландарының береһе булып эскелеккә ҡаршы кѳрәште нығытыу торҙо. Халҡыбыҙҙы наркоманиянан, енәйәтселектән ҡурсалауға йүнәлтелгән эштәр башланды. Һуңғараҡ, ауыл хакимиәттәре араһында "Айыҡ ауыл" конкурстары башланды.
"Урал" гәзите биттәрендә башҡорттар тарихы, нәҫел-нәсәп, боронғо шѳғѳлдәр, йола байрамдары, тел хаҡындағы мәҡәләләр башҡорт гәзитенең кѳнүҙәк темаларының береһенә әйләнде. Гәзитебеҙҙә эшләп килгән "Билдәле шәхестәребеҙ", "Йолаларыбыҙ", "Ер-һыу атамалары", "Эскелек-хурлыҡ", "Яҡшы кешеләр тураһында", "Әхләгебеҙ", "Иман" бите, "Үрнәк", "Эшҡыуар" һәм башҡа рубрикаларҙа ошо темаларҙы биреү системаға һалынды.
Гәзит сығарыу, тираж ѳҫтѳндә эшләү эшенән башҡа "Урал" мѳхәрририәте ҡала һәм район биләмәләре алтаҡталарында, учреждение, предприятие, ойошмалар кабинеттарында ике телдәге яҙмаларҙың дѳрѳҫ яҙылышы, магазин һәм башҡа ерҙәрҙәге алтаҡталарҙа хата ебәрелмәһен ѳсѳн "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре" законына ярашлы эш алып бара. Ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә, балаларға ярҙам итеү ѳсѳн гәзиттә "Мәрхәмәт", "Изгелек" рубрикалары эшләй. Ҡоролтай ағзалары, халыҡ тарафынан сетерекле хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтелә.
Ошо йылдар эсендә ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының һәр береһе тѳп эштәренән башҡа ошо йәмәғәт эшендә лә тырышып эшләп, башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙә ҙур эштәр башҡарҙылар.
Юлдаш Йосопов һәм Илгиз Теләүбаев башҡорт халҡының тоғро ҡыҙы булған, район-ҡала башҡорттары үҫешенә күп кѳс һалған, Белорет район-ҡала "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянованы "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләне.
"Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән оҙаҡ йылдар ҡоролтай эшендә әүҙем эшләгән, башҡорттарҙы гәзит эргәһендә бергә туплаған, башҡорт донъяһы тормошонда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова ла наградланды.
Ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашҡан, район-ҡалала үткән сараларға һәр саҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, үҙенең "Гүзәл" туҡымалар салонында башҡорт милли костюмдарының дѳрѳҫ ѳлгѳләрен тегеп, халыҡҡа тәҡдим иткән, тѳрлѳ күргәҙмәләрҙә башҡорт милли кейемдәре, сувенирҙары менән район-ҡала намыҫын яҡлаған эшҡыуар Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдароваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән эшләгән, уларға методик ярҙам күрһәткән, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы контролдә тотҡан, тѳрлѳ конкурстар, саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Лариса Хәлфетдин ҡыҙы Әхмәтшинаға, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, улар күңеленә рухи байлыҡ, милли ғорурлыҡ орлоҡтары һалған, илһѳйәрлек тойғолары тәрбиәләгән, оҙаҡ йылдар үҙҙәренең ғүмерен мәғрифәткә арнаған 25-се "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы мѳдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаеваға, Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисовҡа, Бѳтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙылар.
Ҡоролтай ултырышында район-ҡала башҡорттары ҡоролтайына яңы рәйес итеп муниципаль район хакимиәтенең белгесе Эльза Әнәс ҡыҙы Мѳхәмәҙиева һайланды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сығыш яһап, район яңылыҡтары, эшләнгән эштәр тураһында сығыш яһаны, ҡоролтайға рәйес итеп һайланған Эльза Әнәс ҡыҙына уңыштар теләне.
Халҡым, - тип янған ҡоролтай ағзаларының барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.