Дөйөм мәҡәләләр
8 Апреля 2022, 08:45

Һынлы сәнғәт - нескә ижад

Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында художество мәктәбе рәссам-уҡытыусыларының "Төҫтәр менән һыҙыҡ араһында" исемле беренсе ҡоро пастель күргәҙмәһе асылды.

Һынлы сәнғәт - нескә ижадҺынлы сәнғәт - нескә ижад
Һынлы сәнғәт - нескә ижад

Уны асыу тантанаһына художество мәктәбе уҡыусылары, педагогия колледжы студенттары, һынлы сәнғәтте үҙ иткәндәр һәм рәссамдар йыйылды. Сара барышында тарихи-крайҙы өйрәнеү хеҙмәткәре Зилә Абзалованың рәссамдар ижады тураһындағы шиғырҙары яңғыраны. Әйткәндәй, уның шиғырҙарында Иҙел башы рәссамдарының ижадына ҡарата һөйөү сағыла, картиналарҙың эстәлегендә һүрәтләнгән кәйефтәр менән ауаздаш юлдар яҙылған.
Сәләмләү һүҙе менән күргәҙмәнең кураторы, сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, "Белоречье" рәссамдар ойошмаһы ағзаһы Виктория Геннадьевна Тимохина, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар, педагогтар сығыш яһаны. Авторҙар - Арина Радионовна Яковлева, Клавдия Александровна Матвеева, Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы Мәғәфүрова, картиналар галереяһы белгесе Ксения Петровна Полетавкина үҙҙәренең ижад емештәренең мәғәнәһе, тарихы тураһында һөйләнеләр. Рәссамдар белдереүенсә, ҡоро пастель күргәҙмәһе беҙҙең ҡалала беренсе тапҡыр үтә. Уны асыу тантанаһына бик күп ҡунаҡтар килеүе ҡыуаныс бирә һәм ижадтарына ҡарата ҡәнәғәтлеҡ тойғоһо уята. Был көндө ҡала музыка мәктәбе уҡыусыларының һәм уҡытыусылары - Радмир Әғләм улы Әхтәмовтың музыкаль күстәнәстәре яңғыраны. Ҡурайсыларҙың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һуңғы арала Иҙел башы төбәгендә һынлы сәнғәттә үҙ юлдарын актив эҙләүселәрҙең күбәйә барыуы шатландыра.
Күркәм проектҡа саҡырғаны өсөн Виктория Тимохинаға ҙур рәхмәтемде белдерәм! Күргәҙмә бик үҙенсәлекле, йылы атмосфералы килеп сыҡҡан. Уның менән һынлы сәнғәтте үҙ иткәндәрҙең күбеһе танышып өлгөрөр, тип ышанам.

Гүзәл МӘҒӘФҮРОВА,
художество мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас