Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2022, 10:50

Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булды

2022 йыл Башҡортостанда һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булды
Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булды

Ошо маҡсатҡа ярашлы, лицей-интернаттың X класс уҡыусылары өсөн Металлургия комбинатының Хәрби Дан музейына экскурсия ойошторолдо.

Музей биш өҫтәлмә залдан тора. Уның етәксеһе Сергей Александрович Болонин уҡыусыларҙы металлургия заводының ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырҙы, комбинаттың билдәле хеҙмәткәрҙәре тураһында һәм әлеге ваҡытта тырыш, намыҫлы хеҙмәт иткәндәр тураһында телгә алып үтте. Билдәле булыуынса, ҡорос сым-канат етештереү комбинат эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булараҡ тирә-яҡҡа киң билдәле һәм бик күп юғары наградаларға эйә.

Һуңынан уҡыусылар музей экспонаттары менән танышты. Улар һәр бер әйберҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу, ғәжәпләнеү менән ҡараны. Экскурсиянан улар ҡәнәғәт булып, файҙалы, кәрәкле мәғлүмәт туплап таралышты.

Зилә ТЕЛӘМБИТОВА, стационарҙан тыш хеҙмәтләндереү бүлеге китапханасыһы.

Автор:
Читайте нас: