Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2022, 11:06

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан, нисек һәм кемгә бирергә?

Өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөкризыҡ булған мосолманға ла фытырсаҙаҡаһын биреү фарыз.

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан, нисек һәм кемгә бирергә?
Фытыр саҙаҡаһын ҡасан, нисек һәм кемгә бирергә?

 Пәйғәмбәр(уға Аллаһтың ризалығы һәм сәләмебулһын) фытыр саҙаҡаһы итеп берсағ (2,2 - 3,3 кг килеп сыға) хөрмәнейә бер сағ арпаны һәр мосолманға -ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә - фарызҡылған. Әбү Сәғит әл-Худри: «Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың ризалығыһәм сәләме булһын) беҙҙең аралабулған саҡта фытыр саҙаҡаһынбойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан,йөҙөмдән, эремсектән бер сағ итепсығара торғайныҡ», - тигән.

Үрҙәге хәҙистәрҙән аңлашылыуынса, фытыр саҙаҡаһы урындағыхалыҡтың ниндәйҙер аҙығы төрөнән- мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан,борсаҡтан, ондан, тарынан, арпананһ.б. - бирелә ала. Тимәк, әгәр ғаиләбиш кешенән торһа, һәр береһенәнберәр сағ тапшырылырға тейеш типһанаһаҡ, 15 килограмм тирәһе ярманы мохтаждарға таратырға кәрәкбуласаҡ. Әлегә тыумаған бала өсөнфытыр фарыз булмаһа ла, уның өсөнбиреп ҡуйыу хуп күрелә. Рамаҙанайының һуңғы көнөнә тиклем үлепҡалған кеше өсөн фытыр фарыз түгел,һәм уның исеменән бирергә кәрәкмәй.

Фытыр саҙаҡаһын рамаҙан айыныңбөтөүенә ике йәки бер көн ҡалғас(28-се көндән башлап) бирә башларғамөмкин. Ибн Ғәббәс: «Пәйғәмбәр(уға Аллаһтың ризалығы һәмсәләме булһын) фытыр зәкәтен,ураҙа тотоусыға үҙе тарафынанәйтелгән буш һәм әшәке һүҙҙәрҙәнтаҙарыныу өсөн, ярлыларға ризыҡбулһын өсөн фарыз итте. Кемдерәлеге бурысты ғәйет намаҙынаналда башҡарып ҡуя икән, зәкәте ҡабул ителгән тип һаналыр, әнамаҙҙан һуң бирелгәне ҡәҙимгесаҙаҡа булыр» - тигән. Фытыр зәкәтен ваҡытында тапшырып өлгөрмәгән кеше (мәҫәлән, ғәйет намаҙыбөткәнгә тиклем бирерлек кеше тапмаһа), һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып,фарыз ғәмәлен барыбер үтәп ҡуйырғатейеш.
Йыш ҡына мосолмандар фытырҙарын аҡсалата бирә, ләкин ғалимдарҙың күбеһе уны ризыҡлататапшырыу яҡлы. Аҙыҡ-түлек һатыпалып йөрөргә ваҡыт булмаһа, былэште икенсе берәйһенә ҡушырға, аҡсаны берәй хәйриә ойошмаһына күсерергә мөмкин.


Наиль ШАКИРОВ әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: