-6 °С
Болотло
Башта йомортҡаларҙы шәкәр менән күпергәнсе туғыйбыҙ. Был массаға кивинан тыш башҡа продукттарҙы өҫтәп , тағы ла туғыйбыҙ. Ҡаймаҡтай ҡамыр килеп сыға.
Кивины тышынан әрсеп, ваҡ киҫәктәргә киҫәбеҙ. Форманы майлап өҫтәнә ҡамырҙың ярты өлөшөн һалабыҙ. Өҫтөнә кивиларҙы теҙеп, ҡалған ҡамырҙы һалабыҙ. 180 градуста духовкала 20-25 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һипһәгеҙ була.