Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Апрель 2022, 11:02

Етеҙҙәр ҙә, состар ҙа

30 апрель - батырлығы, ҡыйыулығы һәм түҙемлеге менән айырылып тороусыларҙың - янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамы. Дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте - Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Хәүеф тураһында сигнал алыу менән ул экстремаль ситуацияларҙы, ут стихияһын туҡтатырға, кеше ғүмерен ҡотҡарырға ашыға. Бөтә көстө янғынды булдырмаҫ өсөн профилактик эшкә, утты һүндереүгә, аварияҡотҡарыу эштәрен башҡарырға ашыға.

Етеҙҙәр ҙә, состар ҙа
Етеҙҙәр ҙә, состар ҙа

Янғын хеҙмәте вәкилдәре көндәлек эшен - кешене бәләнән йолоп алып ҡалыу, утты туҡтатыу, авария-ҡотҡарыу эштәрен атҡарып ҡына ҡалмай, оҫталығын да камиллаштыра, төрлө сараларҙа ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә, Янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамдары алдынан, Абҙаҡ янғын һүндереү часында Урал аръяғы һәм Көньяҡ-Көнсығыш отрядтары араһында янғын һүндереү ҡорамалдары менән эшләү оҫталығын камиллаштырыу буйынса ярыш үтте.
Белорет районының Инйәр, Абҙаҡ, Тирлән, Үрге Әүжән, Баймаҡ районының Түбә, Темәс, 1-се Төрөкмән, Әбйәлилдең Күсем руднигы, Учалы районының Миндәк янғын һүндереү командалары бер нисә этапта ваҡытҡа дистанцияларҙы үтеп физик һәм һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Старт бирелгәндән һуң, янғын һүндереүселәр махсус кейемдәрен кейеп, күнекмәләргә тотондо. Командалар
өсөн физик яҡтан иң ҡатмарлыһы сыҙамлыҡҡа күнегеүҙәр булғандыр. Ярышта ҡатнашыусылар шартлы төтөн ебәрелгән зонала автономлы тын алыу аппараттары кейҙе һәм ҡотҡарыу эштәренә кереште. Кемдер бүрәнә бысты, икенселәре зыян күреүсегә ҡотҡарыу узелы бәйләне, өсөнсө команда ағзаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡта авария эҙемтәләрен
бөтөрҙө. Баҫҡысты ҡуйыу, һауыттытултырыу кеүек күнегеүҙәр финишалдынан һуңғы этап булды.
Туғыҙ команда ла яҡшы һөҙөмтәләркүрһәтергә тырышты. Һөҙөмтәлә,составында янғын часы начальнигыРәил Хисмәтуллин, ҡарауыл начальнигы Руслан Сәмсетдинов, янғынһүндереүселәр - Евгений Задорожный, Илнур Мораҙымов булған Инйәр янғын часы командаһы - I, Миндәк янғын һүндереүселәре - II һәмТирләндәр III урын алды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: