Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Май 2022, 14:49

Бит тиреһе йәш һәм матур булһын тиһәгеҙ

Йәйге осорҙа тирегә ультрафиолет нурҙар, туҙан, эҫелек, диңгеҙ һыуы кеүек кире факторҙар тәьҫир итә. Быларҙың барыһы ла күҙәнәктәрҙең киңәйеүенә, кәрәгенән артыҡ май бүленеүенә, тиренең һығылмалылығы юғалыуына, кибеүенә, таптар барлыҡҡа килеүенә, һытҡыларҙың күбәйеүенә килтерә.

Бит тиреһе йәш һәм матур булһын тиһәгеҙ
Бит тиреһе йәш һәм матур булһын тиһәгеҙ

Тирене ҡартайтыусы төп факторҙар
Ҡояш (ультрафиолет)
Көнгә яныу тип, тиренең ультрафиолетҡа тәьҫирен әйтәләр. Ҡояш нурҙары аҫтында тирене тышҡы факторҙарҙан һаҡлаусы тәбиғи пигмент - меланин барлыҡҡа килә. Ул иһә тире төҫөнөң үҙгәреүенә булышлыҡ итә. Ҡояштың альфа һәм бета нурҙары тирене йоҡарта, ҡорота, был иһә тирене һығылмалылыҡтан мәхрүм итеп, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Тиренең тәрән ҡатламдарында коллаген һәм эластин кимәле түбәнәйә. Бынан тыш, ҡояшта янып, тиренең бешеүе бар. Тире ни тиклем йоҡа, нәфис, реакция ла шул тиклем насар.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: киңәйгән капиллярлы һәм бит тиреһе нескә кешеләргә ҡояш аҫтында ял итеү хәүефле.


Эҫелек
Эҫе мәлдә тир бүленеүе көсәйә, был иһә тиренең елһенеүенә һәм шешеүенә килтереүе ихтимал. Ғөмүмән, юғары температура тирене (майлы тиренән тыш) ҡартайтыуға һәләтле. Был тәбиғи майҙың юҡҡа сығыуына, тиренең йомшаҡлығы һәм һығылмалылығы кәмеүгә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Һәм, әлбиттә, һаҡлаусы сара булараҡ, пигмент таптар ҙа пәйҙә булыуы бар.


Диңгеҙ һыуы
Диңгеҙҙә йөҙөнөү файҙалы, әммә унан һуң тоҙҙо сөсө һыу менән йыуып төшөрөү зарур. Әгәр быны эшләмәгәндә, тире ҡороп әсетә башлар. Айырыуса йөҙөнгәндән һуң душта ҡойонмайынса оҙаҡ ваҡыт ҡояш аҫтында ҡалыу зыянлы - был тиренең ҡуҙғыуына һәм аллергияға булышлыҡ итеүе ихтимал.
Әлеге проблемаларҙан һыуға тотороҡло косметик саралар ҙа гарантия бирмәй. Шуның өсөн диңгеҙ һыуынан һуң душта ҡойонорға онотмағыҙ.


Туҙан һәм газ монары
Йәйгеһен һауа йылы һәм үтә туҙанлы. Ул төрлө бактеряларҙың үрсеүенә яйлы мөхит тыуҙыра. Был шарттарҙа тире һаҡлаусы механизмын “тоҡандыра” - бер туҡтауһыҙ май бүленеп сыға һәм уға һауалағы туҙан ултыра. Һөҙөмтәлә, күҙәнәктәр тығылып, тире тын алыуҙан мәхрүм була. Быларҙың барыһы ла һытҡыларҙың “сәскә атыуына” булышлыҡ итә. Бит тиреһе тоноҡлана, ә бысраҡ һауалағы ирекле радикалдар уны ҡартайта.

Ел
Йылы, ә ҡай саҡ эҫе йәйге ел бит тиреһен ҡорота - уның һығылмалылығы юғала, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Бигерәк тә күҙ тирәһендәге тире үтә бирешеүсән.


Йәйгеһен бит тиреһен нисек тәрбиәләргә һуң?
Иң мөһиме, йәйге осорҙа һелтеле косметик сараларҙан бөтөнләй баш тартығыҙ! Уларҙы ҡулланғанда, тире кибә, ҡысытыу, ҡубырсыу барлыҡҡа килә. Ҡояшлы миҙгелдә мусс, косметик һөт, күбек, тоник һәм мицелляр һыу менән ҡулланыу фарыз. Бит тиреһен тәрбиәләү мөмкин тиклем күберәк дымландырыуға ҡайтып ҡалырға тейеш. Әгәр крем менән ҡулланаһығыҙ икән, уларҙа SPF8-ҙән алып ҡояштан һаҡлаусы фактор булһын.
Ғөмүмән, дөрөҫ һәм даими тәрбиә тиренең матурлығын һәм сәләмәтлеген тәьмин итә. Көнөнә ике тапҡыр йыуыныу мотлаҡ. Бының өсөн йомшаҡ, спиртһыҙ косметик саралар һәм бүлмә температураһындағы һыу яйлы. Аҡ сәскә, бөтнөк, йүкә, шалфей ише үләндәрҙән яһалған тәбиғи төнәтмәләр файҙалы. Таҙартҡандан һуң тиренең тонусын күтәреү зарур. Быны йәшел сәй һәм алоэ һуты нигеҙендә яһалған косметик боҙ ярҙамында эшләргә мөмкин. Йәнә, аҙнаһына бер-ике тапҡыр йомшаҡ гоммаж йә аҡ балсыҡ менән бит тиреһен таҙартып торорға онотмағыҙ.
Әйткәндәй, битте үтә йыш йыуыу ҙа зыянлы. Сөнки йәйгеһен тире аҫты биҙҙәре көсөргәнешле эшләй. Улар ультрафиолет нурҙарҙы сағылдырған май бүлеп сығара. Әгәр көн уртаһында йыуынаһығыҙ икән, тимәк, һаҡлаусы пленканы ла юҡ итәһегеҙ.


Дымландырыу
Йәйгеһен рационда башлыса емеш-еләк һәм йәшелсә ҡулланабыҙ. Был иһә организм витаминдар менән етерлек кимәлдә тәьмин ителә тигән һүҙ. Шуның өсөн тире туҡландырыуға мохтаж түгел. Был осорҙа тире төрөнә тап килгән дымландырыусы кремдар менән ҡулланыу зарур. Кремды көнөнә ике тапҡыр - иртәнсәк һәм кискеһен бит тиреһен йыуғандан һуң һөртәләр. Кремдың текстураһы еңел булһын һәм тиҙ һеңһен.
Кәңәш: емеш-еләк кислотаһы булған кремдарҙы һатып алмағыҙ. Бындай матдәләр бит тиреһенең ҡояшҡа һиҙгерлеген арттыра. Көн дауамында битте пульверизатор ярҙамында минераль йә термаль һыу менән дымландырып торорға мөмкин.


Ҡул аҫтындағы файҙалы битлектәр:
Һаҡлаусы: ҡәһүә тартҡыста ваҡланған 30 г һоло ярмаһы+10 мл лимон һуты+1 ампула Е витамины+10 мл газһыҙ минераль һыу;
Дымландырыусы: 20 мл зәйтүн майы+1 ампула Е витамины+30 г юғары ҡуйылыҡтағы эремсек.


Ультрафиолеттан һаҡланыу:
- Ҡояштан һаҡлаусы кремдар ҡулланығыҙ. Уларҙы тышҡа сығырҙан 20 минут алда һөртәләр һәм 4-5 сәғәт һайын яңыртып торалар.
- Йәйен хатта ҡояшһыҙ көндәрҙә лә инсоляция кимәле юғары. Шуның өсөн SPF-лы саралар гелән ҡул аҫтында булырға тейеш. Бындай һауа торошонда тирене ҡартайтыусы, етди сирҙәр тыуҙырыусы А-спектр нурҙары хәүефле.
- Пляжда саҡта, хатта ҡыҙынмағанда ла, битегеҙҙе ҡаплағыҙ.
- Йәйгеһен 10.00-16.00 сәғәттәр арауығында - иң “хәүефле” ҡояш.


Салон процедуралары
Йәй көнө косметолог кабинетында лимфодренажлы массаж, ябай массаж, мезотерапия, озонотерапия, гидротерапия, биоревитализация кеүек процедуралар бит тиреһен сафландырып, йәшәртеп ебәрер.
Йәш һәм матур булығыҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: