Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Май 2022, 16:29

“Һәр ваҡыт әҙер!”

19 май - Пионерия ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды! 

“Һәр ваҡыт әҙер!”
“Һәр ваҡыт әҙер!”

Тәүге пионер отрядтарын булдырыу тураһында ҡарар 1922 йылда илдең комсомол конференцияһында ҡабул ителгән. Ҡыҙыл галстук таҡҡан, мәктәптә һәр саҡ борғо тауыштары яңғырап торған пионер саҡтарын өлкәндәр һағынып иҫкә ала.

“Эйе, 9-14 йәшлек уҡыусыларҙы берләштергән, уларҙы илһөйәр, әүҙем, кешелекле, ярҙамсыл, берҙәм булырға өйрәткән көслө ойошма ине ул Пионерия. Башланғыс кластарҙа октябрят булһаҡ, III класта уҡығанда 22 апрель - Владимир Ильич Лениндың тыуған көнөндә, тантаналы ант биреп, бөтә класс менән пионерҙар сафына инә торғайныҡ. Вожатыйҙар беҙгә ҡыҙыл галстуктар таға. Шунан инде бер отряд булып, уға исем һайлайбыҙ. Ғәҙәттә, герой-пионерҙарҙың исемдәрен йөрөтә торғайны отрядтар: Лёня Голиков, Зина Портнова, Володя Дубинин… 

Артабан йәнле пионер тормошо башлана: тимурсылыҡ эше, пионер йыйындары. Ә 19 майҙа мотлаҡ пионер усағына йыйылабыҙ. Тантаналы линейкала отряд рәйестәре дружина советы рәйесенә сараға әҙерлек тураһында рапорт бирә. Ә борғо, барабан тауыштары аҫтында ҡыҙыл байраҡты индереү һуң! Пионер йыйындары, слёттар, ҡыҙыл галстуклы бала сағыбыҙ һаман да иҫтә”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбенең интернат ятағына ҡунаҡҡа саҡырылған ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары.

Асия Йосопованың Инйәрҙең 2-себашҡорт мәктәбендә Пионерия көнөнә арналған сара тураһындағы мәҡәләһен тулыһынса гәзитебеҙҙең 21-се һанында уҡығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: