Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Май 2022, 11:53

Башҡорт халыҡ уйындары

Кәнсир Буш кәнсир  эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе  осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә. Уйындың әһәмиәте: Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң

Башҡорт халыҡ уйындары
Башҡорт халыҡ уйындары

Бишташ

Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Ошолайтып уйнайһың  инде был уйынды.

 

Себен уйыны

Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул  ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә -  өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә.

 

Аяна алтын, кейенә көмөш

Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр:

- Күктә-күктә ниҙәр бар?

- Буҙ сәкмәнле йылан бар.

- Күкрәгендә ниҙәр бар?

- Тәңкә менән йофар бар.

- Тәңкәләрен бир миңә?

- Ниңә бирәйем һиңә.

- Йофарҙарын бир миңә?

- Ник бирәйем мин һиңә.

Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана.

 

Йөҙөк һалыш

Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан:

- Йөҙөк кемдә? Әйт, - тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шал кеше - көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.

 

Ҡырҡташ

        40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була. Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш.

Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә.  Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә.       

 

Ыҫмалабаш

Ҡаҙ ҡанатынан ике ҙур ҡауырһынды алып, уларҙы һырттары менән бергә ҡуйып бәйләйҙәр. Йоҙороҡтай ыҫмаланы йомарлап, уға ҡауырһындарҙың башын теркәйҙәр. Был уйын ҡоралы тулайым ыҫмалабаш тип атала. Уны сәпкә атып, алыҫҡа ташлап йәки һауаға сөйөп уйнайҙар.

Кем ыҫмаланы сәпкә тейгеҙә йәки иң алыҫҡа ырғыта, йә булмаһа иң бейеккә сөйә, шул иң мәргән һәм көслө уйнаусы була.

 

Кикрикүк

Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыр, күктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” - тип ҡысҡыра.

Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә.

Төлкө һәм тауыҡтар

Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.

Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.

 

Алыш

Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.

Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.

 

Интернеттан алынды.

Башҡорт халыҡ уйындары
Башҡорт халыҡ уйындары
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: