Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2022, 17:29

Яҡты эҙ ҡалдырып йәшәйек

Беҙҙең тѳп бурысыбыҙ телебеҙҙе һаҡлау. Әгәр тел бѳтһә - милләт, милләт бѳтһә - халыҡ бѳтә. Беҙ боронғо аҫаба халыҡ, ә телебеҙ бѳгѳн ысынлап та хәүеф аҫтында.

Райондың тѳрлѳ ауылдарында "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмалары 2013-2014 йылдарҙа барлыҡҡа килә башланы. Хәҙер инде был ойошмалар районда үткән тѳрлѳ сараларҙың уртаһында ҡайнай, үҙҙәренең матур, изге эштәре менән тиҙ арала барыһының да ихтирамын яулап ѳлгѳрҙѳ. Ағинәйҙәрҙең йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән роле баһалап бөткөһөҙ. Ағинәйҙәрҙең  берҙәм, ныҡлы эше "Урал" гәзите биттәрендә даими яҡтыртыла.
Сосновка ағинәйҙәре Тимер юл ауылының ағинәйҙәрен үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алып, яңы ойошҡан йәмәғәт ойошмаһына ағинәйлек бурысы тураһында һѳйләргә, кәңәш бирергә, кәрәк ерҙә ярҙам итеп тә ебәрергә, тәжрибә уртаҡлашыу ѳсѳн Сосновкаға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Ағинәйлек бурысын яңы ғына иңдәренә һалырға торған инәйҙәрҙе Сосновка ағинәйҙәре бик ҙурлап, башҡорт йолаһына ярашлы бауырһаҡ, сәксәк, буҙа менән ҡаршыланы.
Сәләмләү йырҙары, дәртле таҡмаҡтары менән ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙылар. Тимер юл ауылы ағинәйҙәре лә бик дәртле икән, улар ҙа буш килмәгән, саҡырыусыларға батмуста күбәләй өйөлгән сәксәк, матур итеп биҙәкләп бешерелгән бәлештәр тапшырҙылар. Күстәнәскә тип өйрәнгән йырҙарын башҡарҙылар. 
Сосновка ағинәйҙәре менән осрашыуға килгән район-ҡала ағинәйҙәре йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зѳбәржәт Суфьянова үҙенең сығышында Тимер юл ауылы ағинәйҙәрен ошо ойошмаға инеүҙәре менән ҡотланы. Район-ҡала ағинәйҙәре етәксеһе үҙенең сығышында иң беренсе башҡорт телен һаҡлау мәсьәләһенә ҡағылды.

- Беҙҙең тѳп бурысыбыҙ телебеҙҙе һаҡлау. Әгәр тел бѳтһә - милләт, милләт бѳтһә - халыҡ бѳтә. Беҙ боронғо аҫаба халыҡ, ә телебеҙ бѳгѳн ысынлап та хәүеф аҫтында. XXI быуатта үҙ телебеҙгә иғтибар бирмәй уны бѳтѳрѳп ҡуйһаҡ, ата-бабаларыбыҙ беҙҙе ғәфү итмәҫ. Сѳнки беҙ үҙ телебеҙҙә һѳйләшмәйбеҙ, балаларыбыҙҙың телесит телдә асыла, хатта уларҙы мәктәптә башҡортса уҡытырға теләмәйбеҙ, милли баҫмаларҙы яҙҙырмайбыҙ. Әкренләп кенә башҡортса һѳйләшәбелгән милләтебеҙ кәмей, гәзит-журналдарыбыҙ юҡҡа сыға. Бына шуныңѳҫтѳндә эшләргә кәрәк бѳгѳнгѳ кѳндәрайон ағинәйҙәренә. Был бик етди һәмяуаплы эш. Донъяла кѳн һайын бернисә милләт юғала, тигән мәғлүмәтбар. Ошо кѳнгә тѳшмәҫ ѳсѳн, беҙҙеңбурыс, башҡортса сыҡҡан баҫмаларҙы һаҡлап алып ҡалыу, ә быны беҙбулдыра алабыҙ. Ауылдарҙа ағинәйҙәретәкселәренә ошо эште ҡулға алырға кәрәк. Шунан башлана ла инде телгә һѳйѳү,
тине Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы.

Артабан Тимер юл ауылы ағинәйҙәре башҡорт өйөн ҡараны. Ундағы ағинәйҙәрҙең ҡул эштәре, бурыстары, хоҡуҡтары яҙылған стендтар, башҡарылған эштәр тураһында гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләр, халыҡтан йыйылған боронғо экспонаттар барыһында ла һоҡланыу тыуҙырҙы. Сосновка ағинәйҙәре үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтте, һарыҡ йѳнѳнән боронғоса юрған эшләү тураһында ла әйтеп үттеләр.
Үҙҙәре эшләгән юрғанды күрһәттеләр. Икенсе юрғаныбыҙҙы ҡорамалар ҡорап тегергә торабыҙ, тинеләр уңған ағинәйҙәр. Тулы мәҡәләне "Урал" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: