+1 °С
Болотло
Бала саҡтан кәзә һаҡалының һабағын өҙөп ашай торғайныҡ, әле лә ҡатмаҫ элек ауыҙ итеп ҡалырға тырышабыҙ.
Уны дарыу үләне булараҡ та ҡулланалар. Сәскә атҡан сағында япраҡтарын да йыйып киптереп ҡуйырға кәрәк. Йәшел килеш салатҡа һалһаң, файҙалы икән. Хатта былай ашарға мөмкин, унда С витамины күп. Кәзә һаҡалының сәскәһен сәй итеп эсеүселәр ҙә бар. Төнәтмәһе йүткергәндә, тамаҡ ауыртҡанда файҙалы. Хатта бөйөр ауырыуҙарын дауалағанда, ныҡ итеп баш ауыртҡанда ярҙам итә.