Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июнь 2022, 16:10

Электр көтөүсеме әллә сыбыртҡымы?

Электрон көтөүсе иҡтисади яҡтан да, кешенең ваҡытын һаҡсыл тотоноу өсөн дә бик уңайлы ҡорамал. Хужаларға малын эҙләп, көтөп йөрөргә кәрәкмәй.

Электр көтөүсеме әллә сыбыртҡымы?
Электр көтөүсеме әллә сыбыртҡымы?

Сермән ауылында ла ауыл малын хәҙер электр көтөүсе көтә. Ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов индергән тәҡдимде башта сермәндәр хушһынмай,әлбиттә. Ток һуғыуҙан малҡайҙың ағы кәмеүе бар, тиеүселәр ҙә табыла. Электр көтөүсеһе ток менән көслө һуҡмай, шулай ҙа иҫкәртеүсе импульс малда ҡайҙа утларға мөмкин, ҡайһы ерҙә ярамай тигән билдәле бер рефлекс барлыҡҡа килтерә. Көтөүгә йөрөмәгән мал электр көтөүсегә һуғылып, унан өркөп машиналар йөрөп торған оло юлға ҡапыл барып сығыу ихтималлығы ҙур тип иҫәпләүселәр ҙә була ауылдаштар араһында. Айытбай Әйүпов билдәләүенсә, система сертификацияланған, тимәк, һынау үткән һәм мал зыян күрмәйәсәк.

Дөйөм алғанда, Сермәндә лә, башҡа ауылдарҙағы кеүек, көтөү мәсьәләһе киҫкен тора. Ә хужаһына малын көтөүгә ҡыуырға кем ҡамасаулай һуң?!

- Ауылда көтөүсе табыуы еңелдән түгел, - ти Айытбай Зәбир улы. - Бер кемдең дә көткөһө килмәй, ә мал һаны Сермәндә 300-ләп баш. Юл айырмаһында урынлашҡан хужалыҡта ғына 150-ләп баш мал иҫәпләнә. Иң хәүефле участка ла.

Ауыл етәксеһе әйтеүенсә, былтыр был юл сатында бер нисә авария теркәлгән. Юл фажиғәләренә юлға сыҡҡан ҡарауһыҙ мал сәбәпсе. Бәхеткә, ҡорбандар юҡ. Шулай ҙа мал зыян күрә.

- Көтөүселәр юҡ хәҙер. Башҡа ауыл, хатта күрше райондарҙан да эҙләп ҡараныҡ. Миҙгел осоронда бушлай торлаҡ та вәғәҙә иттек. Береһе лә риза түгел. Ә бит Сермән көтөүсеһенә айына 80 мең һумлап аҡса эшләп алыу мөмкинлеге бар. Тағы ла халыҡ яуаплылыҡтан ҡурҡа. Көтөүсе бит һәр баш мал өсөн яуап бирергә бурыслы.

Яуаплылыҡтан ғына түгел, халыҡ хәҙер ялҡауланды. Ауылдарҙа әзмәүерҙәй ирҙәр урам буйлап эт һуғарып йөрөһә йөрөр, әммә ләкин көтөү көтмәҫ. Икенсенән, ауыл малын көтөргә теләһә кемде лә ҡуйып булмай бит әле. Малды ла көтә белергә оҫталыҡ талап ителә, әлбиттә. Бер нисә айҙа аҡса эшләп алыу мөмкинлеге сыҡҡанда ла, файҙаланып ҡалмаған ауыл халҡына иҫең китерлек. Хакимиәттәрҙә ауыл халҡы ай һайын биргән 600-1000 һумдан тыш, көтөүсегә Мәшғүллек үҙәге лә күпмелер сумманы түләй бит. Ярайһы ғына сумма туплана. Мәшғүллек үҙәге эш биреүселәргә субсидия тәҡдим итә. Улар, үҙ нәүбәтендә, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә бер нисә айға эшселәр яллай ала. Үҙәк тик эшселәр менән килешеү төҙөп, уларҙы рәсми эшкә алған предприятиеларға ғына түләй. Килешеү буйынса районда 40-лаған кеше ваҡытлыса эшкә урынлашҡан да инде. Шулай булғас, ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе анализлау буйынса иң һөҙөмтәле ысул - көтөүсе менән килешеү төҙөү.

Көтөүсе тапманым, тип төшөнкөлөккә бирелмәй Сермән ауыл хакимиәте башлығы. Интернет ярҙамында электр көтөүсе тураһында тулы мәғлүмәт туплап, сходта ниәтен халыҡҡа еткереп, йыйылышып ҡорамал һатып алырға тәҡдим итә. Халыҡ та оҙаҡ уртаҡ фекергә килә алмай, бер нисә осрашыуҙан һуң ғына күнә. Бында ла ауылдаштар ике төркөмгә бүленә, идеяны хупламаусылар ҙа табыла. Сермәндәр ҡорамалды Өфөнәнһатып алалар, электр көтөүсе 35мең һумға төшкән. Мал хужаһынанһәр башҡа 300-өшәр һум туракилә. Ҡоролмала бензин генераторы булып, көндәлек мәшәҡәттәр тыуҙырыр тип яңылышаауылдаштар. Бында барыһы ла аңлайышлы: ябай аккумулятор ток бирә.Сым һуҙылып, ағас бағандарға беркетелә. Тынғыһыҙ Айытбай Зәбирулы системаны тағы ла ҡулайлаштыра. Сымды тотоп тороусы махсускронштейндар бағандарға беркетелә.Был осраҡта сабып килгән ат сымдыөҙмәй, улар бары тик ысҡына ғына.Әйткәндәй, аттар ҙа хәҙер электркөтөүсе һуҙылғанлығын белә, тиҙлеген кәметеп, ҡоролма ситләтеп кенәбара.

- Кронштейндар сым өҙөлмәһенөсөн кәрәк. Электрон көтөүсе мобиль аппарат, ул аккумуляторҙан һәмэлектр сымдарынан эшләй. Бер нисәөлөштән - импульс ебәреүсе генератор, махсус изолятор һәм ҡороссымдарҙан тора. Уны һәр һатып алыусы үҙе ҡора ала. Ҡорамалды йыйыуҙабер ниндәй ҙә ауырлыҡтар юҡ, - тихакимиәт башлығы.

Ауылдың ир-уҙамандары өмәгә сығып, 200 гектар майҙанда(4 саҡрым) бағандар ултыртып сыға.Аккумулятор генератор менән бергә махсус йәшниккә урынлаштырыла һәм пружина рәүешендәэшләнгән сым-ҡапҡа янына ҡуйыла. Хәҙер хужаларына мал юлғасыға тип ҡурҡаһы түгел, бер тапҡыр токтан һуғылып алғандан һуң,малҡай башҡаса электр көтөүсе янына бармай.

Әйтергә кәрәк, уның хаҡы тешләшмәй. Ҡорамал үҙ хаҡын бер нисә айҙатулыһынса ҡаплай. Баҫыуҙың күләмениндәй булыуға ҡарамаҫтан, төрлөгектарға яраҡлаштырып була. Етәксеәйтеүенсә, был хаҡтар үҙен тиҙ аралааҡлаясаҡ.

Сермәндәрҙең тәжрибәһе менәнбашҡа ауылдар ҙа ҡыҙыҡһына башланы. Малын электр көтөүсегә ышанып тапшырған ауылдаштар ҙа ҡорамалдың уңайлы, хәүефһеҙ икәненә инанды. Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт8-ҙәргә тиклем мал да ҡараулы, хужа ла тыныс.

Тулыраҡ гәзиттең 24-се һанында

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: