Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июнь 2022, 17:36

Сереңде сис, серле Арҡайым!

Ни ѳсѳн халыҡ араһында Арҡайым бик популырға әйләнде һуң. Сѳнки һәр серле урын халыҡ иғтибарын тарта. Серле урынды күрер ѳсѳн кешеләр Арҡайымға ағыла. Арҡайымды "Ер кендеге" тип тә йѳрѳтәләр.

 20-һенән алып  21, 22 июнгә ҡарай йыл да Арҡайымға халыҡ күпләп йыйыла. Кешеләрҙең был  сәфәре  ҡояш торошо менән бәйләнгән. Тап ошо кѳндәрҙә ҡояш үҙәге эклиптиканың иң тѳнъяҡ йәки кѳнъяҡ нѳктәһенән үткән мәле. Арҡайым - Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс. 1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында иң боронғо цивилизацияларҙың береһенә ҡараған «ҡалалар иле» табылғайны. Арҡайым Англияның боронғо Стоунхендж обсерваторияһына оҡшаған, тип баралар. 
Ни ѳсѳн халыҡ араһында Арҡайым бик популырға әйләнде һуң. Сѳнки һәр серле урын халыҡ иғтибарын тарта. Серле урынды күрер ѳсѳн кешеләр Арҡайымға ағыла. Арҡайымды  "Ер кендеге" тип тә йѳрѳтәләр. Бында ғалимдарҙы, экстрасенстарҙы, күрәҙәселәрҙе, ижад кешеләрен, рәссамдарҙы һәм тағы әллә кемдәрҙе осратырға мѳмкин. Бер яҡта  һиндостандың, илдәге кришнаиттарҙың тирмәләре урын алған... Улар инде йәйге мәлдә Арҡайымдан сығышмай.  Ғөмүмән, мөғжизәгә ышаныусылар меңәрләп йыйыла был ергә. 
Быйыл да машиналар ағымы Арҡайым битләүҙәрен ҡамап алғайны. Ниндәй генә кешеләрҙе осратмаҫһың бында! "Арҡайым", "Шаман", "Мѳхәббәт", "Теләк теләү" тауҙарында халыҡ серпантин буйлап йѳрѳп уҡына, теләк теләй. Тау битләүҙәрендә тѳрлѳ оҫталыҡ дәрестәре, сеанстар үткәрелә. Аҫтараҡ, "Арҡайым" ҡурсаулығында кѳн-тѳн тѳрлѳ милләт ашнаҡсылары үҙ милли ризыҡтарын бешереп, халыҡҡа тәҡдим итә, шунда уҡ сауҙа рәттәре һуҙылған. Унда тѳрлѳ сувенирҙар һәм башҡа нәмәләр һаталар. Әйтерһең дә, ниндәйҙер сит илгә барып эләгәһең. Тѳрлѳ палаткалар, тирмәләр араһында баҙлап янған усаҡтарҙа шешлектәр, былау бешә, самауырҙар боҫрап ҡайнай...  
Арҡайымға килгәндәрҙе үҙенең сағыу тамашаһы менән бар донъяға билдәле булған ҡумыҙсы, ѳзләүсе Олена  Уутай ҡыуандырҙы. Бер сәғәттән ашыу ул ҡубыҙҙа (варган), һәм бик күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны. Төрлө ҡоштар, йәнлектәр, тәбиғәт тауыштарын сығарып яҡут шамандарының йырҙарын башҡарҙы. Оленаны күп ил тамашасылары һоҡланып ҡарай, уның һәләтенә ғашиҡ булыуҙарын белдерә. Тәбиғәтте һынландырған һәләте менән Олена  бар милләттәрҙе лә берләштерә. Иҫ китмәле шоу балсыҡтан скульпторҙар эшләгән һәм утта тотолған Сәмреғош скульптураһын усаҡта тотоу менән тамамланды. Ҡоштар батшаһы төн буйы халыҡҡа нур өләшеп балҡып ултырҙы. Шулай уҡ тамашасылар  Силәбе ҡалаһының барабансылар шоуы, Дrone-опера "Тела Платона" Силәбе театры, "Сказы леса" концерт тѳркѳмдәре сығыштарын ҡараны. Рәсәйҙә билдәлелек яулаған Санкт-Петербургтың Урам театры "Странствующие куклы господина Пэжо" спектакле бик кѳслѳ спектакль.  Ике кѳн буйы туристар лагерында тѳрлѳ оҫтаханалар үтә. Хатта балсыҡтан кѳршәк тә эшләп алып ҡайтырға мѳмкин. 
Арҡайым тураһында күп кенә билдәле эҙләнеүселәр китаптар сығарҙы. Был турала шунда уҡ лекциялар алып барыусылар бар. Тыңлаһаң, бик ҡыҙыҡ инде. Шулай ҙа, серең нимәлә һуң һинең, Арҡайым? 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: