Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июнь 2022, 10:21

Ҡышҡылыҡҡа - тоҙло кесерткән

Кесерткәндең файҙалы булыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул ҡанды таҙарта, организмдағы инфекцияларҙы юҡ итә, ялҡынһыныуҙы дауалай. Ҡыҫҡаһы, яҙғы-йәйге миҙгелдә кесерткәнде мөмкин тиклем күберәк ҡулланып ҡалырға кәрәк. 

Ҡышҡылыҡҡа - тоҙло кесерткән
Ҡышҡылыҡҡа - тоҙло кесерткән

Был файҙалы үҫемлекте ҡышҡылыҡҡа ла әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Тоҙло кесерткән ашҡа һалыр өсөн бик тәмле була. Бының өсөн кесерткәнде сәскә атҡансы йыйырға кәрәк. 

4 кг кесерткәнгә 1 кг ҡуҙғалаҡ алына.

Барыһын да йыуып, артыҡ ваҡламай ғына турайбыҙ.

Кесерткән саҡмаһын өсөн, ҡулығыҙға бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Тураған кесерткән менән ҡуҙғалаҡты ҙур табаҡҡа һалып, 250 грамм эре бөртөклө тоҙ ҡушабыҙ (1 кг үләнгә 50 г тоҙ кәрәк), яҡшылап болғайбыҙ.

Үләндәрҙе 3 литрлы стерилләнгән банкыға тығыҙлап тултырабыҙ ҙа, өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, йылы урында өс көн әсетәбеҙ (кәбеҫтә тоҫлаған кеүек). Әлеге күләмдән 5 литр сыға.

2-3 көндән кесерткәнле банкыларҙы ҡапҡас менән ҡаплап, һыуытҡысҡа урынлаштырабыҙ. Ул ҡышҡа тиклем яҡшы һаҡлана.

Йылыла әсетмәйенсә, банкыны полиэтилен ҡапҡас менән ҡаплап, шунда уҡ һалҡын баҙға төшөрөп ҡуйығыҙ. Был осраҡта тоҙло кесерткән, 2 айҙан әҙер буласаҡ. 

Фото: 2sotki.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: