Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2022, 12:21

Һыуҙа һаҡ бул!

Һыу буйында ял итеү иң популяр ял төрө һанала. Ҡаланан ситтә, тәбиғәт ҡосағында, һыу ятҡылығы эргәһендә ял итеү теләге йыл миҙгеленән тормай. Кешеләр ҡыш көнө лә, йәйен дә быға өҫтөнлөк бирә. Һәм йыш ҡына көсөргәнешлектән арынып, үҙҙәренең хәүефһеҙлеге тураһында онота.

Һыуҙа һаҡ бул!
Һыуҙа һаҡ бул!

Әлбиттә, һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бүлегенә һалынған. Шулай ҙа ял итеүселәр күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һыу ятҡылыҡтарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш.

Йәйге осорҙа һыу буйҙарында кешеләрҙең активлығы арта. Йәйге эҫе, ҡояшлы көн торошо төрлө пляждарға кешеләрҙе актив йәки пассив ялға саҡыра. Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡотҡарыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү бары тик махсус теркәлгән пляждарҙа ғына бар.

Башҡортостан Республикаһы буйынса уҙған йылда һыу ятҡылыҡтарында 116 кеше һәләк булған: шуларҙың 96-һы - ирҙәр, 5 ҡатын-ҡыҙ һәм 15 бала. 2022 йылдың 5 айында республиканың һыу объекттарында 7 үлем осрағы теркәлгән. Кеше үлеменең төп сәбәбе булып спитртлы эсемлектәр ҡулланыу, бәләкәй кәмәләрҙе эксплуатациялау һәм йөҙөү ҡағиҙәләрен боҙоу, ә балалар араһында  - уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу тора.

Һыу инеү миҙгеле асылғас, кешеләр ял көндәрендә һыуға яҡын урынға ашыға. Саф һауа, ҡояш, һыу инеү ҡәнәғәтлек кенә килтереп ҡалмай, организмды сыныҡтыра. Шул иҫәптән һыу кеше ғүмерҙәрен алып китә…

Һыу ингәндә ярамай:

  1. Таныш булмаған, күпер һәм быуалар аҫтында һыу инергә;
  2. Һыу тәрәнлеген белмәйенсә, бейектән уға һикерергә;
  3. Ҡойма һәм ҡалҡыуыстар буйлап йөҙөргә;
  4. Кәмәләргә, һалдарға һәм башҡа йөҙөү сараларына яҡын барырға;
  5. Һыуға кәмәнән, катерҙан, туҡталҡаларҙан һикерергә;
  6. Һыуҙа шаяртып бер-береңдең аяғынан, йәки ҡулдарынан тоторға;
  7. Һыуҙа һәм һыу буйҙарында булғанда спиртлы эсемлектәр ҡулланырға;
  8. Йөҙә белмәгән кешеләргә махсус йыһазландырылған, тәрәнлеге 1-2 метрҙан артмаған урындарҙа ғына һыу инергә ярай.
  9. “Һыу инергә ярамай!” аншлагы ҡуйылған һыу ятҡылыҡтарында һыу инергә бөтөнләй ярамай!

Кәмәлә йөҙөү ҡағиҙәләре:

  • Кәмәгә сиратлап, бер-береңде төрткөсләмәй, ашыҡмай инергә;
  • Унда ултырыр алдынан ҡотҡарыу жилеты һәм круг булырға тейеш;
  • Артыҡ әйберҙәрҙе ярҙа ҡалдырырға;
  • Кәүҙә ауырлығын иҫәпкә алып, баланс булдырырға;
  • Ярҙан йөҙөп киткәс иғтибарҙы юғалтмаҫҡа. Йыш ҡына һыу мотоциклдары һәм башҡа кәмәләр менән бәрелешеүҙәр теркәлә;
  • Кәмәлә баҫып торорға, һикерергә, унан һыуға ырғырға ярамай. Был осраҡта ул әйләнергә мөмкин.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, бәләгә килтерергә мөмкин.

Ринат Нуриев, бәләкәй суднолдар буйынса өлкән дәүләт инспекторы.

Фото Интернеттан алынды.

Автор:
Читайте нас: