+1 °С
Ҡар
Алманы йыуып, ҡабығынан таҙартып ит тартҡыс аша сығарып, яҡшылап болғатабыҙ(ҡатнашманы ҡайнатмайым, шәкәр ҡомо ла һалмайбыҙ). Противенгә пергамент ҡағыҙы йәйеп, ҡағыбыҙ йәбешмәһен өсөн майлап, әҙер массаны тигеҙ итеп йәйеп духовкаға 4-5 сәғәткә (50-60 градускҡа) киптерергә ҡуябыҙ,(оҙағыраҡ, түбәнерәк температурала булған һайын яҡшыраҡ, витаминдары шул килеш һаҡлана). Духовкағыҙҙың махсус елләткесе булһа, бигерәк тә шәп. Шуныһы мөһим, духовканың ауыҙын пар сыҡһын өсөн бер аҙ асып ҡуйыла. Кипкәс, рулет итеп төрөп, х пергамент ҡағыҙға төрөп һыуытҡысҡа алып ҡуям.