Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2022, 10:35

Бөйөрөгөҙ тураһында хәстәрлек күрәгеҙме?

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Халыҡ-ара нефрологик ойошмалар һәм йәмғиәттәр мәғлүмәттәре буйынса, бөйөр системаһы ауырыуы менән бөгөнгө көндә сирләүселәр һаны яҡынса планета халҡының 10% тәшкил итә һәм был һан, үкенескә ҡаршы, үҫешә бара. Күп осраҡта һүҙ үлем осраҡтары менән тамамланған йәки хроник категорияға күсеүсе ауырыуҙар тураһында бара.

Бөйөрөгөҙ тураһында хәстәрлек күрәгеҙме?
Бөйөрөгөҙ тураһында хәстәрлек күрәгеҙме?

Күптәр “киҫкен бөйөр етешһеҙлеге” һәм “хроник бөйөр етешһеҙлеге” диагнозы тураһында ишеткәне бар, әммә, күп осраҡта уларҙың бүтән төр ауырыуҙарҙан үлемгә килтереү ҡурҡынысы факторының үҫеүенә сәбәпсе булыуын бик аҙҙар белә. Мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, шәкәр диабеты, СПИД менән ауырығанда. Тәү сиратта был бөйөрҙәрҙең төп функцияһы - фильтрация һәм организмдан шлактарҙы, зарарлы матдәләрҙе һәм тоҙ ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле. Был функцияның боҙолоуы организмдың интоксикацияһына, бөтә системаһының эшлектән сығыуына, һуңғы сиктә, үлемгә килтерә. Бөйөрҙәр етешһеҙлеге шарттарында ниндәй ҙә булһа сирҙе дауалауҙа медикаментоз препараттар ҡулланыу организмды ағыулау хәүефен барлыҡҡа килтерә.

Бөйөр сирҙәренә килтереүсе факторҙар:

  1. Алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр;
  2. Наркотик ҡулланыу;
  3. Оҙайлы ваҡыт контролһеҙ медикаменттар ҡулланыу;
  4. Һыуҙы әҙ эсеү, күп ваҡыт уны һуттар, газлы, тонусты күтәреүсе эсемлектәр менән алмаштырыу;
  5. Һүлпән, аҙ хәрәкәтләнеүсән йәшәү рәүеше;
  6. Дөрөҫ туҡланмау, шул иҫәптән тоҙҙо артыҡ күп ҡулланыу һәм рациональ булмаған диета;
  7. Хроник һәм йоғошло ауырыуҙар менн сирләү;
  8. Тотороҡһоҙ - үтә һалҡын, йәки үтә томра һауа торошо.

 

Һаулығығыҙ, шул иҫәптән бөйөрҙәр тураһында хәстәрлек күреүҙә мөһим булған ҡағиҙәләр:

  1. Бөйөрҙәр таҙарыуына булышлыҡ итеү өсөн көнөнә 1-1,5 литр таҙа һыу эсергә кәрәк;
  2. Бөйөрҙәр торошон контролдә тотоу, ваҡытында төрлө негатив үҙгәрештәрҙе асыҡлау һәм табип күрһәтмәләрен бөтөрөү өсөн, йылына бер тапҡыр булһа ла дөйөм ҡан һәм һейҙек анализы биреү мөһим;
  3. Организмда тотҡарланыу процестарын булдырмау өсөн, сәләмәт, хәрәкәтсән йәшәү рәүеше алып барырға;
  4. Йәшелсә һәм емештәрҙе күберәк ҡулланыурға, дөрөҫ туҡланыуҙы хәстәрләргә;
  5. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға;
  6. Артериаль ҡан баҫымын һәм тән ауырлығын контролдә тоторға кәрәк.

Фото: https://yandex.ru/images/search?pos=17&img_url=http%3A%2F%2Finfosmi.net%2Fwp-content%2Fuploads%2F2019%2F11%2Fmycollages-2-5.jpg&text=почки%20фото&lr=20259&rpt=simage&source=serp&rlt_url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-zen_doc%2F5265785%2Fpub_6221eca05751776e30d5b3a4_6221ee9c4edb4f71ac2ca029%2Fscale_1200&ogl_url=http%3A%2F%2Finfosmi.net%2Fwp-content%2Fuploads%2F2019%2F11%2Fmycollages-2-5.jpg

Автор: Расима Салихова
Читайте нас