Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2022, 11:13

Көлөп алайыҡ әле!

Психиатрия больницаһына сымдар тешләгән ниндәйҙер ир дүрт аяҡлап килеп инә. - Беҙгә кем килеп инде? Бесәй балаһымы? Ир кеше мөйөшкә бара. Табип артынан эйәрә: - Көсөкмө? Ир кеше икенсе мөйөшкә бара. Табип: - Гөбөргәйел? Ир: - Һин миңә тыныс ҡына интернет үткәрергә бирәһеңме бөгөн, юҡмы?

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

***

- Әсәй, тик борсолма, мин больницала...

- Һигеҙ йыл инде больницала табип булып эшләйһең, улым. Күпме әйтергә була һиңә: телефондан һөйләшкәндә ошо һүҙбәйләнеш менән башлама хәбәреңде, тип!

***

 - Мине дауаханаға алып килгәс,  бер хирург  һуҡыр эсәгемде ҡырҡып алырға теләк белдерҙе,  икенсеһе, үт ҡыуығындағы ташты алырға кәрәк, тигән һығымтаға килде.

- Шунан,  бәхәс нимә менән тамамланды һуң?

- Шыбаға тоттолар ҙа аңҡау биҙен ҡырҡып алдылар.

  ***

- Беҙҙең һөнәр бик хәүефле, был донъяла дошмандарыбыҙ етәрлек, - тип зарлана табип үҙенең коллегаһына.

- Теге донъяла тағы ла күберәк!

***

- Зинһар, тынысланығыҙ,   һеҙҙе нимә борсой, барыһы хаҡында ла ентекләп кенә һөйләп бирегеҙ.

- Доктор, һеҙҙә генә бар өмөтөм! Авансҡа тиклем 100 һум аҡсағыҙ булмаҫмы?

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: