

Ҡыярҙарҙы оҙонсалап йә түңәрәкләп турайбыҙ. Кишерҙе лә йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә менән көнбағыш майын ҡойғас, тәмләткесте өҫтәргә. Яҡшы итеп болғағас, ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер ике тапҡыр болғап торорға. Бер нисә сәғәт үткәс, салатты банкаларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, салаттарҙы ҡуйып, банкаларҙың муйынына етмәҫлек итеп әҙерәк һыу ҡойорға. Банкалар өҫтөн ҡапҡастар менән ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 10-15 минут стерилләйбеҙ. Унан һуң эҫе килеш ҡапҡастарын нығытып, түңкәреп ҡуябыҙ.