Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Август 2022, 12:09

Тѳнгѳ юл мажараһы

Бер мәл ҡаршылағы тауҙан таш тәгәрәгәне ишетелде - януар-фәлән йѳрѳйҙѳр, ахырыһы. Шып-шым ятам. Шул саҡ кәбәндең икенсе яғында кеше һѳйләшкән кеүек тауыштар сыҡҡандай тойолдо. Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып, йѳрәгем ярһып дѳпѳлдәргә кереште.

Тѳнгѳ юл мажараһы
Тѳнгѳ юл мажараһы

Был хәл Егәҙе-Баҡый юлдарында булды. Ошо юл-һуҡмаҡтарҙы заманында арҙаҡлы яҡташыбыҙ Сабир Шәрипов та йыш тапаған. Педколледжды тамамлап, Баҡый мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә ингән осор ине. Август аҙағында Белоретҡа педагогтарҙың кәңәшмәһенә барып, киске һигеҙҙәр тирәһендә автобус менән кире Егәҙегә килеп тѳштѳм. Баҡыйға тиклем 25 саҡрым йәйәү атларға кәрәк. Кѳн аяҙ, моғайын, яҡты күҙҙә ѳлгѳрѳрмѳн, тип юлға сыҡтым. Ләкин Елмерҙәкте аша тѳшѳүгә күк йѳҙѳн ҡара болоттар ҡапланы, кѳн ҡапыл ҡараңғыланып, ямғыр яуа башланы. “Сельпо” яланын, ундағы яңғыҙ ҡәберлек эргәһенән “бисмилламды” уҡый-уҡый йүгерә-атлай үттем. Сумған тауын артылыуға тамам ҡараңғы тѳштѳ. Кѳҙгѳһѳн тѳндәр ҡараңғы була, тиҙәр. Дѳрѳҫ икән, юл йүнләп күренмәй, тәгәрмәс эҙенән сыҡмайынса, аяҡ менән юлдың ҡатыһын тойоп, атлай бирәм.

Еҙем буйына еткәс, кемдер ташлап киткән мотоцикл коляскаһы ятыуы иҫкә тѳштѳ. Теге юлы кѳндѳҙ үткәндә күреп ҡалғайным. Шуны әйләндереп һалып эсенә инеп яттым - ямғыр үтеүгә үтмәй былай. Күпмелер ваҡыттан мин килгән яҡтан фара яҡтыһын аңғарып, ырғып торҙом да “һә” тигәнсе юлға йүгереп сыҡтым. Ауыл хакимиәтенең “УАЗ”игы икән. Кешеләре бар, етмәһә тоҡлап он-шәкәр тейәлгән. Тѳнгѳ ҡараңғылыҡ менән япа-яңғыҙ ҡалған юлсыға ултырырға урын тәҡдим итеүсе булманы. Водителдең “Машина артынан йүгер”, тип шартлатып ишек ябыуын башҡа ерҙә, бәлки, мыҫҡыллы ауыҙ ҡыйшатыуға һанарҙар ине, әммә беҙҙең кәлтер-кѳлтѳр юлдарҙа хатта “тимер арба” ла саҡрымдарҙы артыҡ ырата алмағас, үпкәләр урын да юҡ. “УАЗ”икты фара яҡтыһы буйынса күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, батҡаҡлы юлдан эләгә-йығыла, эй, йүгерәм бит әй! Тамам хәлдән тайғас, тыныма быуылып, тороп ҡалдым тегеләрҙән. Ҡуртиҙе яланына сыҡҡас, күҙгә ѳй бейеклегендә ҙур ғына ҡап-ҡара нәмә салынды. Кәбән икән. Иҫ белмәй талсыҡҡан аяҡтарҙы кѳскә һѳйрәп, бесән ѳйѳмѳнә табан атланым. Ҡоро үләнде йолҡҡослап, йәпле генә итеп ѳң яһап, лыс һыу кѳйѳнсә инеп яттым. Кәүҙә - эстә, аяҡтар тышҡа һалынған. Нисек кенә арыһам да, күҙгә бер тамсы йоҡо эленһәсе. Бер мәл ҡаршылағы тауҙан таш тәгәрәгәне ишетелде - януар-фәлән йѳрѳйҙѳр, ахырыһы. Шып-шым ятам. Шул саҡ кәбәндең икенсе яғында кеше һѳйләшкән кеүек тауыштар сыҡҡандай тойолдо. Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып, йѳрәгем ярһып дѳпѳлдәргә кереште. Айыуҙың бит кеше һымаҡ мѳңгѳрләгәнен үҙ ҡолағым менән ишеткәнем дә бар. Эх, ят инде хәҙер дѳм-ҡараңғы тѳндә, ҡола яландың ҡап уртаһында, әжәлеңде кѳтѳп. Юлдың тѳп ѳлѳшѳ үтелгән, ауылға тиклем ни бары 7 генә саҡрым тирәһе ҡалған бит әле. Ошолай йѳрәкте ус тѳбѳндә тотоп ята торғас, теге мѳңгѳрләү хырылдауға әйләнгәндәй булды. Әллә бесән дә йолҡалар инде? Нимә йѳрѳй икән һуң унда - айыумы, ҡабанмы, бәлки, боландыр ҙа? Бер ғауым ваҡыттан һуң аяҡ осонда тапанған һымаҡ тауыш сыҡты. Тын алырға ла ҡурҡып, боҫоп ултырам. Кәрәк була ҡалһа тип, кеҫәләге ҡабыҙғысты һәрмәйем, йәнәһе берәй нәмә аяҡҡа йәбешһә, кәбәнгә ут тѳртәсәкмен. Аҙаҡ атайым кәбән хужаһына үҙенең бесәнен бирер әле тип, ҡыласаҡ эш ѳсѳн үҙемде йыуатып маташҡан булам. Ләкин аяҡ тауыштары кире алыҫлашты, буғай. Һәр шылт иткән тауышҡа ҡолаҡ һала-һала нисек ойоп киткәнемдер, әммә күҙҙәремде асҡанда ямғыр тымып, офоҡтарҙы ал тѳҫтәргә мансып ҡояш ҡалҡып килә ине. Тѳнгѳ хәлде иҫләп,
үҙемде ҡурҡытҡан сәйер йән эйәһенең эҙҙәрен булһа ла байҡап әйләнәйем әле, тип ятағымдан сыҡтым. Бәй, кәбәндең икенсе яғына сыҡһам, ни күҙем менән күрәйем - унда ла тап минең кеүек бесәнде ѳңѳп, ике кеше ултыра, имеш. Был осрашыуға улар ҙа сикһеҙ ғәжәпләнде. Баҡыйҙа йәшәгән бабайҙың ҡаланан ҡайтып килгән ҡыҙы менән кейәүе икән “тѳнгѳ күршеләрем”. Былар ҙа минең ише һуңға ҡалып юлға сыҡҡандар ҙа, ямғыр тыпылдата башлағас, кәбәндә туҡтарға ҡарар иткәндәр. Ир кеше минең яҡҡа сығып кесе йомошон да атҡарып йѳрѳгән...

Тѳнгѳ мажараны иҫкә ала-ала, юлыбыҙҙы дауам иттек. Шуныһы: әгәр Баҡый кейәүе минең яҡҡа ыңғайлағанда кәбәндән һерәйеп торған аяҡтарыма эләгеп, тәкмәс атһа, был сәфәр нимә менән тамамланыр ине икән, ә?!

Харис БИРҒӘЛИН,
Егәҙе ауылы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: