Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август 2022, 08:24

Ямғырлы йыл - еләккә!

Быйылғы йәй башы үҙенең һалҡынһәм ямғырлы булыуы менән иҫтә ҡалыр, ахырыһы. Бары июль урталарынан ғына йылыға туйындыҡ.

Ямғырлы йыл - еләккә!
Ямғырлы йыл - еләккә!

Еләк-емешкә килгәндә, ер еләге ишелеп уңған, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның хаҡы төшмәне. 1 литрлыҡ банкаһын 200-гә, 5 литрлыҡ биҙрәһен 1000 һумға һаттылар. Ә бына күк көртмәлене һатыусылар һирәк күренде. Уның 1 литрлыҡ банкаһы 400 һум торҙо. Ҡыҙыл көртмәленең 2 литрлыҡ һауыттағыһын 1200-гә алырға булды. 5 литрлыҡ биҙрә менән сейә - 400 - 500 һум, нектарин менән абрикостың 5 литры - 350, 3 литры - 250 һум, ә ошондай уҡ биҙрәләрҙәге слива 300 һәм 200 һум тора. 3 литрлыҡ биҙрәләге крыжовник 200 һум торһа, ҡыҙыл ҡарағаттың 1 литрлыҡ банкаһын 150-гә, ярты литрлыҡ банкаһын 75 һумға, ҡара ҡарағаттың 1 литрын 200-гә һаттылар.Шулай уҡ 5 литрлыҡ биҙрәләге алмаменән яңы картуфты ла 250 һумға һаталар. Ҡарбуздың килоһы 27 - 40 һумбулһа, ҡауындың килоһын әлегә 100һумдан төшөрмәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙең һатыусылар һирәк, күбеһенсә ҡырҙан килтерелгән емеш-еләк менән һатыу итәләр.
Быйыл йүкә балы юҡ тиерлек, әммәул да баҙарҙа күренеп ҡала. Уның 3 литры 2400-ҙән, сәскә балы 1800-ҙән башлана. Был хаҡтар балдың ҡайһы яҡтан килеүенә лә бәйле. Кемдер хаҡты юғарыраҡ, ә кемдер осһоҙораҡ ҡуя. Әле йәй тамамланмаған, тимәк, еләк-емеш, бал һатыусылар булыр, ә хаҡтар инде һорауға ҡарап үҙгәреп тора.

 

фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: