Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Август 2022, 11:53

Сүллектәге рауза сәскәһе

Осрашыуға тип килеүселәр түңәрәк аҡланға йыйылып бөттөләр тиерлек. Алыҫтан көтөп торған ҡунаҡ ҡына һаман да юҡ. Әлеге ҡунаҡты ҡаршыларға тип киткән Замираны, әлбиттә, һанамағанда. Үҙ-ара гәп һатҡан ирҙәр ҙә әленән-әле ауыл яғына күҙ ташларға онотмай. Ҡатындар яғын әйтеп тораһы ла түгел: зыҡ ҡубалар...

Сүллектәге рауза сәскәһе
Сүллектәге рауза сәскәһе

Табын әҙерләп йүгереп йөрөһәләр ҙә, юҡ-юҡта хәбәрҙе әйләндереп-тулғандырып ҡунаҡ тәңгәленә туғаралар:

- Уф, ҡыҙҙар, утыҙ йыл аҙ ғүмер түгел, Йәнбикә ни шайым икән? Беҙҙе танымаҫ та әле, - тип уфтанды Рәйлә.

Фәйрүзә Сәбиләнең ҡолағына шыбырлап: “Ҡара, әхирәт, мине иң ҡыҙыҡһындырғаны - Ирназар менән Йәнбикәнең күрешеүҙәре”, - тине. “Эйе лә ул. Уларҙың мөхәббәте шайы кемдеке булды һуң. Хас һинд киноһындай ине бит - иттек дана, биттек дана, дану упрдана”, - Сәбилә йыуан билен тегеләй-былай ҡыйшанлатып хихылданы. Бүтәндәр ҙә көлөштө.

- Их! - тағы уфтанды Фәйрүзә, - улар ҙа бергә ҡалмағас, беҙгә нимә инде.

- Ата-а-ҡ, тәүге мөхәббәтеңә сығып йәшәп ятаһың түгелме, хәтерем яңылышмаһа?

- Ул минеке түгел, мин уныҡы инем шул…

Ҡатындарҙың шөйлә яйлап китеүҙәрен күреп, Алмагөл сабырһыҙланды:

- Ҡыҙҙар, йәһәтерәк ҡыймылдағыҙ. Бигерәк оҙон тәбәрәккә төшөп киттегеҙ. Үлемдән оят көслө, тиҙәр түгелме?

Ниһайәт, табын әҙерләнеп бөттө. Әллә ни әһәмиәт бирмәй көткәндәрҙең дә сабырлығы юйылды. Кемдер табынға ултырырға тәҡдим итте.

Әллә килгәнде көтәбеҙ, әллә - килмәгәнде.

- Замираға изем итеүе раҫ, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем смс-каһын.

Урын яйлап табынға ултырышҡайнылар, ауыл осонда саң борхотоп килгән машина күренде. Бөтөнөһө лә урындарынан ҡубарылышып торҙо. Ирназарҙың ҡатыны Зәбирә генә ҡымшанманы. “Келәм йәйергә онотмағыҙ кәрәкле кишер япрағына”, - тип сыпранланы.

Йылтырап торған ҡара джип эсенән тәүҙә Замираның башы күренде. Кабинанан тумтыҡ кәүҙәле, пеләш башлы кеше ырғып төшөп, пассажир яғының ишеген асты. Унан фәрештә ҡиәфәтле - ап-аҡ күлдәктә, селтәрле аҡ эшләпәле ҡупшы ғына ханым сыҡты. Бөтөнөһө "аһ" итте. Ирҙәр араһынан кемдер һыҙғырып уҡ ебәрҙе. Бер килке тынлыҡ урынлашты.

- Ни бысағыма мынау селләлә бирсәткә кейеп алған? - Зәбирәнең зәһеү тауышы әжәл тынлығын боҙҙо.

Йыйылған халыҡтың тап үҙенә төбәлгән ҡараштарынан уңайһыҙланып, Йәнбикә ҡара күҙелдереген һалды.

- Таш һарайҙарҙа бәлзәм-һәлзәм менән генә ыуып ҡына тота, ахырыһы, бисәһен төрөк, - бәтеүәһеҙ Зарифты ян-яҡтан тыйҙылар.

Һәммәһе менән дә ҡосаҡлашып күреште Йәнбикә. Күбеһен таныманы. Әлдә ябай, шул уҡ ваҡытта зирәк ауыл бисәләренә әйләнгән класташ ҡыҙҙары беренсе булып үҙҙәрен таныта һалдылар. Ҡунаҡтың ике күҙенән ике бөрсөк йәш тәгәрәне. Уныһына түгелергә ирек бирмәне, ҡулына тотҡан бәләкәй генә ҡумтаһынан ебәк ҡулъяулыҡ алып күҙ ҡырыйҙарына йәпле генә тейгеҙеп алды. Әйҙүкләп табынға йәнә ултырыштылар.

- Мохтар аға! - Йәнбикә үҙ дәрәжәһен белеп кенә юлдашына ҡул иҙәне. Тегенеһе елтерәтеп ҡап-ҡап әфлисун, алма-хөрмә, тағы әллә күпме затлы емеш-еләк килтереп ҡуйҙы.

- Әфлисун ғына ашаған бар, - әлеге Зәбирә ҡыҫылмаҫҡа ҡыҫылды. Әммә уға иғтибар итеүсе булманы. Мәжлес һәүетемсә башланып китте.

Класташтары ашау-эсеү менән мәж килгән арала, Йәнбикә һәр береһенә тағы күҙ йүгертеп сыҡты. Үҙгәргән класташтары, ҡайһы берҙәрен ысынлап та танырлыҡ түгел. Ҡыҙҙар бер төптән йыуанайғандар, аяуһыҙ ваҡыт йөҙҙәрен дә теләгәнсә йырғыслаған. Кластарында иң һылыу тип һаналған Гөлбикәне лә хатта аямаған - тормош унан йәпләп кенә ябай ауыл әбейе яһаған да ҡуйған. “Тештәрен, исмаһам, ҡуйҙырһасы”, - тип йәлләне уны Йәнбикә. Гел артҡы партала үҙ алдына мөңгөрләп ултырған Заһиттан шундай ҙур кеше сыҡһын әле! Ә Самат һуң! Етәксе дилбегәһе тотҡанлығы әллә ҡайҙан күренеп тора. Йәнбикәнең ҡарашы Ирназарға күсте. Ҡалынайған, әммә йәш саҡтағы сибәрлеген һис ташламаған - шул уҡ мөһабәт кәүҙә, ҡарлуғас ҡанатындай һыҙылып киткән ҡара ҡаштар… Хатта килешле генә мыйыҡтарына тиклем Ирназарҙың ғәйрәтле ир икәнен күрһәткән һымаҡ. Ирендәренең дә төҫө уңмаған кеүек. Йәнбикә хаяһыҙ уйҙарынан үҙе уңайһыҙланып, ҡарашын ситкә алырға өлгөрмәйерәк ҡалды, Ирназарҙың үткер күҙҙәре уға баҡты. Шешмәкләнеп торған ҡабаҡтар аҫтындағы зәңгәрһыу күҙҙәр Йәнбикәгә һағышланып ҡараны…

Аш алдынан тип түңкәргән рүмкәләр дөйөм көсөргәнеште юҡҡа сығарҙы. Кем уҙарҙан геүләшкән халыҡ Ишмораттың көр тауышынан бер аҙ баҫыла төштө.

- Хәҙер инде кем олоһо, кем кесеһе булып бөткәнбеҙ. Сосораҡтарыбыҙ өләсәй-олатай булып өлгөрҙө. Барыбыҙ ҙа, шөкөр, иҫән-һау. Бына тигән йорттар һалдыҡ, урман ултырттыҡ, уландар үҫтерҙек. Һуңғы күрешеүебеҙгә ун йыл ваҡыт үтеп тә киткән, ә Йәнбикә һылыуҙы утыҙ йыл күрмәгәнбеҙ. Ул шуның өсөн дә бөгөн иң ҡәҙерле ҡунаҡ. Маҡтаныр, ғорурланыр урындарыбыҙ ҙа етерлек, шуға күрә һәр беребеҙ үҙҙәре тураһында үҙҙәре һөйләһен тигән тәҡдим индерәм.

- Аның нимәһен һөйҙәргә инде, миҫалға, минең һарҡынды малайҙы иҫәпләмәгәндә, тормошомда һис бер яңылыҡ юҡ! - Ас ҡарынға бер-бер артлы рүмкә түңкәргән Зариф һеүҙәй башлағайны, йәһәт кенә баҫырҙылар, - алдына аҡтан ғына бер “яртыны” ҡуйҙылар. Зарифҡа ошо үләттән башҡа бер ни кәрәкмәй. Әйҙә үҙ-аллы һеүҙәһен, класташ түгел әле, тиештеләр. Баянан бирле һүҙ һорай алмай йонсоған Диләрә, ниһайәт, урынынан ҡалҡынды:

- Мин ғүмерем буйы колхозда тир түктем. Емешле эшләүем арҡаһында коммунистар сафына алындым, - Диләрә быныһын Йәнбикәгә ҡарап әйтте.

- Диләрә, һинең партияң йән биргәнгә ней заман. Кәпис! Һин дауай малайҙарыңдың мажараларын һөйлә халыҡҡа, вәт, исмаһам, ҡыҙыҡ булыр, - иҫереп ултыра тимәҫһең Зарифты, Диләрәне һүҙ юҫығынан сығарҙы. Күрше йәшәгән Зариф малайҙарының шуҡлыҡтарын белә-күрә йөрөгәнлектән, артығын ысҡындырыуҙан ҡурҡып, һүҙ осон йәшерә һалды.

- Тәк, Диләрә, ызначит, телмәрең бөттөмө? Бына минең бисәгә һүҙ бирегеҙ әле, баянан бирле кәкүк күтләнеп ултыра, - Зарифтың һүҙҙәренән аҡлан өҫтө геү итеп ҡалды. Асыулы Фәйрүзә иренең ҡулынан рүмкәһен һыпыра тартып алды ла сиҙәмгә быраҡтырҙы.

Йәнбикә класташтарын ҡыҙығып тыңланы. Араларында һис бер кәртә юҡ кеүек, нимә етте шуны һөйләйҙәр, ер һелкетеп көләләр, араҡынан да баш тартмайҙар. Ултыра торғас бындағы күренештәр йәнен үртәгәндәй итте. Класташтарының ҡылыҡтары ҡырағайҙарса күренә башланы. Үҙенсит биләмәгә ингән болан балаһылайхис итте. Утыҙ йыл элек икенсе райондың төпкөл ауылынан туғыҙынсы класҡа уҡырға килгәнендә лә ошондай уҡ тойғолар кисергәйне Йәнбикә. Хәйер, бындағыларға ни үпкә. Ил-йорттарынан айырылмағандар, ереккән ерҙәрендә, ҡанға һеңгән ғәҙәттәрендә, аяҡтарын ер биленәныҡ баҫып йәшәйҙәр. Һөйләр һүҙҙәрелә, хатта уйҙары ла уртаҡ. Бер-береһен йөпләп, береһенең хәбәрен икенсеһе эләктерә һалып тамамлап ҡуя. Торған һайын үҙен ситен тойҙо Йәнбикә. Класташтарының ҡараштары яратып түгел, хатта кәмһетеп ҡараған төҫлө тойола башланы. Өтәләнеп ҡыҫтауҙары ла башҡортҡа хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙәндер, тип уйланы. Сирек быуаттан ашыу сит мөхит тәрбиәһен үҙ иткән кеше булараҡ, үҙен итәғәтле, нәзәкәтле тотоп,сит ир-атҡа бөтөнләй күҙ һалмай, һүҙ ҡатмай, хатта ҡара-ҡаршы ултырырға ла тейеш түгел Йәнбикә. Класташ ҡыҙҙары шарҡылдап көләләр, юҡ-бар һөйләйҙәр… Ер аяғы - ер башынан ашҡынып килеүҙәре, йөрәк ярһыуҙары томан һымаҡ таралып юҡҡа сыҡты ла, күңелен эс бошорғос бушлыҡ биләне. Ниңә улай булды әле? Ә бит ошо осрашыуҙы йыл оҙоно көттө. Интернет селтәрҙәрендә Замираны таба алғанына ҡыуаныуҙарын күрһәләр икән?! Былайтып ҡапма-ҡаршы тойғолар менән анталашып ултырғанын белһә, килмәҫ тәине. Бары ике йыл ғүмер генә ошо ерменән бәйләгән түгелме һуң уны.

Геүләшкән класташтарын тыңламай үҙ уйҙарына сумып ултырған Йәнбикәне Ишмораттың үҙенә тәңгәлләп һүҙ әйтеүе һиҫкәндерҙе.

- Унынсыны бөткәндән күргәнебеҙҙә, хатта уның тураһында ишеткәнебеҙ ҙә булмаған, әллә музейҙа, әллә таш диуарҙарҙа үҙен дә, йәшлеген дә, матурлығын да һаҡлай белгән гүзәлдәрҙән-гүзәл Йәнбикә ханымға һүҙ бирмәһәк, был осрашыуға ник йыйылғаныбыҙға, моғайын да, үкенербеҙ.

Ишмораттың һүҙҙәренән Йәнбикә бер ҡыҙарҙы, бер буҙарҙы. Маңлайына тир бәреп сыҡты. Ғүмере буйы һорауға яуап биреп өйрәнгән Йәнбикә ни һөйләргә лә белмәне. Ҡатындарға хас һиҙгерлек менән әлеге лә баяғы Замира ҡотҡарҙы. Яҡлау һорағандай алаҡ-һолаҡ ҡаранған әхирәтенең алдынан ҡыйып һүҙ башлай һалды:

- Ҡәҙерле класташтар, беҙҙең алдыбыҙҙа бергә унынсыны бөткән Йәнбикә ултырмағанын берәү ҙә белмәйҙер. Ошоғаса Йәнбикә беҙҙең өсөнгенә Йәнбикә булып ҡалһа-ҡалғандыр. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән был нәзәкәтле ханым Төркиәнең танылған йырсыһы Беки Кемран булыр, тип әйтһәм, сәстәрегеҙ үрә торорона һис шигем юҡ. Эйе-эйе, Төркиә күгендәсағыу йондоҙ булып балҡыған Беки Кемрандың тап үҙе булыр.

Табындағылар бер төптән шымып ҡалдылар. Ышанманылар. Кемдер булмаҫтайҙы һөйләмә тине, икенселәре ауыҙ ҡыйшайтты, йәнәһе, ҡайҙа ул Йәнбикәгә Беки Кемран булып йөрөргә 90-сы йылдарҙа популяр йырсы Беки Кемрандың йырҙары яҙылған кассеталарҙы ҡат-ҡат йырлатып аҙ сеймәлттеләрме ни? Йыйылыусылар һаман геүләште. Йәнбикә уңайһыҙланыуҙың сигенә етте. Был сама мәхшәр ҡуптарырын белһә, үҙе тураһында Замираға һөйләмәҫ тә ине. Ултырыр ине әле бүтәндәр шикелле ябай класташ булып. Эсендә көйрәп янған тойғолар ҡапыл атылып тышҡа сыҡты - Йәнбикә йыр башланы. Табындағылар ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай булды. Әле генә һәр ҡыланышы ипле, һәр һүҙен үлсәп кенә әйтер Йәнбикә түгел ине улар алдында. Үрелгән ситлектән ваҡыты-ваҡыты менән иреккә сығарылған ҡош һымаҡ та түгел ине ул был минуттарҙа. Уның хистәре йырға әүерелеп, бер тынала сәсрәп түгелеп, күңелдәрҙе айҡаны. Йөрәктәрҙе ҡурып алыр моңло ла, һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта үтә таныш көй табындағыларҙың күңелен тетрәндерҙе. Берәүҙәрҙең күҙҙәре йәшкәүләне, икенселәр тын алырға ла ҡурҡып йыр тыңланы. Эргәһендә үҫкән ҡайынға һөйәлеп, берсә хуш еҫле сәскәләрҙең таждарын һыйпап, берсә ҡараштарын күккә төбәп йырланы ла йырланы Йәнбикә. Уның ғәжәйеп моңло тауышы түңәрәк аҡланға һыймай ҡаршылағы тау битләүҙәренә күсте. Үҙе йылмайһа ла, һағыш тулы күҙҙәре менән класташтарының һәр ҡайһыһын барлап сыҡты. Сығарылыш кисәһендә Ирназар менән икәүләшеп йырлаған йырҙы төрөк телендә йырлай ине ул. Ике ҡулы менән башын баҫып ултырған Ирназар күтәрелеп Йәнбикәгә ҡараны. Уның ҡараштарында бөтмәҫ әрнеү, шул уҡ ваҡытта нәфрәт сатҡылары ла сағылып ҡалғандай булды. Йыр тамамланды. Бер урында кипсәлеп торған йырғанаҡ ауыҙы кинәт асылдымы ни, тынлыҡтан һуң ялан өҫтө һоҡланыулы ауаздар, “бис” ҡысҡырыуҙар менән тулды. 

- О! Беки Кемран! Мин һинең аяҡ аҫтарыңда тапалып үлергә лә ризамын! - Ярым иҫерек, ярым айныҡ Зариф Йәнбикәнең аяҡтарына һонолдо.

Мәжлестә барған ваҡиғаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаған Йәнбикәнең юлдашы түҙмәне, машинанан килеп сыҡты ла, сәғәтенә күрһәтте. Юлға ҡуҙғалырға тейешлекте аңлап, Йәнбикә урынынан торҙо. Һәммәһе менән дә йылы ғына хушлашты. Ике аҙым атлауға Ирназарҙың көслө тауышы һауаны ярҙы:

- Беки Кемран! - Ул ирен сите менән мәсхәрәле йылмайҙы, - Көнсығыш музыкаһын пропагандалап, кәзә тәкәһендәй генә төрөгөңдөң кеҫәһен оторо ҡалынайтҡансы, үҙ еребеҙҙең бәләкәй генә һандуғасы булғаның мең артыҡ булмаҫ инеме ни?! Беки Кемран - популяр йырсы, Төркиә йондоҙо, имеш. Һин лутсы ана беҙҙең ауыл клубында художество етәксеһе Йәнбикә Ғимранова булһаң, беҙ һине күктәргә сөйәр инек. Бығаса халыҡ йырсыһы яһап ҡуйыр инек үҙеңдән… Туҡта, әйтеп бөтмәнем әле. Һин беҙҙеке түгел, Беки Кемран!

- Етте, Ирназар, эскән икәнһең, буйыңа һеңдерә бел! - Замираның тыйыуын ишетмәне лә Ирназар.

- Һин минең бисә кеүек ун бала табып үҫтерһәң, нишләр инең икән? Нисегерәк һайрар инең? Ун түгел, берәүе лә юҡтыр әле. Бына минең урҙалай өс малай буровойҙа эшләй. Өсәүһе әрмелә, дүрт ҡыҙ мәктәптә уҡый. Беҙҙең бисәләрҙең йыуанлығына килгәне бирле ытырғанып ҡараның. Улар бала табып, ир ҡарап, хәстәрлек-мәшәҡәттәрҙән йыуанайғандар. Бына минең Зәбирәм, - Ирназар ҡатынының иң башына шапылдатып һуғып алды, - яуға сабыр даланлы бисә! Ә мин һиңә бармаҡ осом менән тейергә лә ҡурҡам - ыуалырһың кеүек, - һуңғы һүҙгә баҫым яһап, мыҫҡыллап әйтте Ирназар.

Көтөлмәгән “һөжүмдән” ағарынып киткән Йәнбикә ни әйтергә лә белмәне, шулай ҙа үҙен йәһәт кенә ҡулға алды:

 - Рәхмәт, Ирназар! Ku tavuk yarinki kazdan ividir .

Бер минутта баҫалҡы Йәнбикәнән ғорур Беки Кемранға әйләнгән ҡатын башын текә тотоп машинаһына йүнәлде.

- Нимә тинең?! - Ирназарҙың аҙарынып ҡысҡырыуына Йәнбикә әйләнеп тә ҡараманы. - Сүллектәге рауза сәскәһе - бына һин кем, Йәнбикә!  

Тән һаҡсыһының һораулы ҡарашына Йәнбикә: “Beni mden vurdu”, - тип яуап бирҙе. “Ҫikmayinca huy ҫikmaz ”, - Мохтар аға моторын ҡабыҙҙы.

Әле генә Беки Кемрандың ысынбарлығына ышанмай, уның йырынан хатта айный алмай ултырыусыларҙы ауыр түләк Ирназарҙың ҡапылайымға туҙыныуы тағы нығыраҡ шаңҡытты. Саң борхотоп ҡуҙғалған машинаны күреп, эштең нимәлә икәнен аңғарған класташ ҡыҙҙарының сарбайланып артынан йүгергәнен дә күрмәне Йәнбикә. Ул ауыр уйҙарға сумғайны. Ирназарҙың һәр һүҙендә дөрөҫлөк ятҡанын зиһене менән аңлағайны, шуға ла әрнемәне ул. Хәҡиҡәттең йөҙө дейеүҙең үҙе кеүек ҡурҡыныс була түгелме ни? Машина ҙур тиҙлек алды. Бер нисә сәғәттән Йәнбикә Өфө - Төркиә рейсына осасаҡ самолетта ине.

“Килгәндән бирле бестерелмәгән колхоз үгеҙе кеүек кем менән һөҙөшөргә белмәй һөмһөҙләшеп ултырҙың, Ирназар. Ниғорло беҙҙе оятҡа ҡалдырҙың. Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Йәнбикәне алып килгән кеше, белгең килһә, тән һаҡсыһы. Йәнбикәнең ире Мостафа бейҙең Өфөләге фирмаһының хеҙмәткәре”.

Замира әхирәтен матур итеп оҙата алмағанына йәне әсенеп, Ирназарҙы әллә күпме әрләне. Бәҫе киткән осрашыуҙа артабан ҡалыуҙың ҡыҙығы ла ҡалмағайны. Осрашыуҙың умыртҡа һөйәге кеүек булған Йәнбикә бөтөн йәмде үҙе менән алып киткәндәй булды...

Автор:Нэркэс  Валиуллина
Читайте нас: