Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август 2022, 10:33

Тыйыуҙар

“Теймә, алма, ярамай!” тип нотоҡ уҡыу, әрләү, ҡысҡырыныу урынына, ни өсөн ярамағанын һәүетемсә, ябай ғына, әммә фәһемле, хәтерҙән юйылмаҫлыҡ итеп аңлатҡан да биргән боронғолар. Алдашмағыҙ, алдашҡандың, ғәйбәт һөйләгәндәрҙең телдәре эйәктән аҫҡа аҫылынып тора, ти, теге донъяла. Борон ҡымыҙҙы, һөттө, итте һатып бирмәгәндәр, һатырға ярамаған.

Тыйыуҙар
Тыйыуҙар
  • Егет уйындан ҡайтып, ут ҡабыҙмай ҡараңғыла ашаһа, кәләше бур була.
  • Икмәкте бер ҡулың менән һындырырға ярамай, юҡһа, ризыҡтың бәрәкәте кәмей.
  • Йәш баланың тәү алған сәсен һаҡларға кәрәк, ташларға ярамай, юғиһә бәхетһеҙ була.
  • Юлға сыҡһаң, артыңа ҡарамай сыҡ.
  • Кеше аяғын аша атлаһаң, насар була (уңышһыҙлыҡҡа).
  • Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.
  • Кешене нахаҡҡа ҡарғама - үҙеңә төшөр.
  • Кешегә ҡаты бәрелмә, күңелен рәнйетеп ҡуйыуың бар. Кеше рәнйеше ҡарғыштан да яман.
  • Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, нимәгә аптырайһың - шул алдыңа килер.

 

Автор:
Читайте нас