Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Сентябрь 2022, 10:55

Тултырылған ҡабаҡ

Кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 г. үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (ике ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Тултырылған ҡабаҡ
Тултырылған ҡабаҡ

Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан үткәрелгән ит ҡушабыҙ Бүрттерелгән дөгө ярмаһы һалабыҙ, тәменсә тоҙ, борос

өҫтәп болғатабыҙ. Эслек әҙерләнгәнсе ҡабаҡтың эсен алабыҙ, тоҙ һибеп сығабыҙ. Ҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.

Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ. Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡойоп, 180-200 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.

Башҡортостан календарынан.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: