Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Сентябрь 2022, 11:20

«Ҡабул иткәнең өсөн рәхмәт, Эльбрус!»

Эльбрусты күреү – бөйөк батырлыҡ түгел, ә бына уның түбәһенә менеп, унан асылған панорамаға ҡараш ташлау барыһына ла бирелмәй.  

«Ҡабул иткәнең өсөн рәхмәт, Эльбрус!»
«Ҡабул иткәнең өсөн рәхмәт, Эльбрус!»

...Канат юлының кабинкалары ташлы битләүҙәр буйлап талғын ғына күтәрелә. Бында йәшеллек, ылыҫ һәм болон сәскәләре лә юҡ. Үтә бейек. Тирә-яҡта ҡарағусҡыл ҡаялар, шарлауыҡтар, сағыу ҡояш һәм күҙҙе ҡамаштырған ап-аҡ түбәләр. Диңгеҙ кимәленән 3847 метр бейеклеккә арымай ғына ярты сәғәттә күтәрелергә була. Гарабаши станцияһы майҙансығынан Чегет тауын, Семерка боҙлоғон, билдәле ике түбәле грузин Ушбаһын һәм башҡа Кавказ һырттары теҙмәһен күрергә мөмкин.

Эльбрус (5642 метр) – Европаның иң бейек тауы. Рәсәй алпамышаһын Азияға күсерһәң, ул Эверест һәм башҡа һигеҙ меңлектәр араһында юғалып та ҡала. Ул донъяның ете өлөшөндә урынлашҡан “Ете түбә исемлеге”нә инә. Һәр альпинист унда үрләргә хыяллана. Хәйер күптәр был тауҙы яулауы еңел тип уйлай. Бейек тә түгел, һөҙәк тә, ярты юлды уңайлы гордонда ла үтергә мөмкин. Артабан – йәйәү, уның ҡарауы, һауа торошоноң яҡшырғанын тауҙа уҡ урынлашҡан, бар уңайлыҡтары булған приюттарҙа көтөргә була. Ике көндә менеп етәбеҙ тиеүселәр, әлбиттә, яңылыша. Һауа торошо Эльбруста үҙгәреп тора. Хатта билдәле альпинист, тарихта тәүгеләрҙән булып донъялағы барлыҡ һигеҙ меңлектәрҙе яулаған Райнхольд Месснер бер нисә тапҡыр Эльбрусҡа күтәрелеп ҡарай. Килеп сыҡмай, һауа торошо ҡамасаулай.

Рәсәйҙең иң юғары нөктәһе – Эльбрус тауын һуңғы йылдарҙа ир-егеттәр күпләп яулай. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көслө заттарҙан ҡалышырға теләмәй. Әбйәлилдә тыуып үҫкән, хәҙер инде Иҙел башын “яулаған” нәфис гүзәл зат Гөлнара ФӘХРИТДИНОВА ла кавказ тауының юғары нөктәһенә күтәрелеп, студия байрағын елберләтте.

Әйҙәгеҙ, уның тәьҫораттары менән уртаҡлашайыҡ.

- Гөлнара, һине һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡаҙаныштарға ынтылған, эшеңдә маҡтаулы белгес, заман менән бергә атлаған, актив сәләмәт тормош алып барған ҡатын-ҡыҙ, тип беләм. Төп эшеңдән тыш, йога дәрестәре лә алып бараһың. Ә бына Эльбрус тиклем Эльбрусты яуларға нисек йөрьәт иттең?

- Быйыл йога менән шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ тынғыһыҙ етәксебеҙ Анастасия Романовская йога-тур ойоштороп, Приэльбрусьеға барырға тәҡдим иткәс, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булдым. Башҡортостан тауҙары күптән яуланып бөтөлгән. Кавказ тауҙарын, ғөмүмән Рәсәйҙең башҡа бейеклектәрен дә барып күреү теләге менән күптән яна инем. Шулай итеп бер нисә кешенән торған төркөм барлыҡҡа килде. Әлбиттә, яңғыҙың сәйәхәт итеүгә ҡарағанда, ҡәрҙәштәрең менән ял итеү яҡшыраҡ. Икенсе тойғолар... Кавказға, уның матурлығына, хозурлығына ҡарап һоҡланыу өсөн генә барырға мөмкин. Баксан тарлауығы ғына ни тора!?

- Тимәк, һеҙҙең команданың – йога-тур студияһының төп маҡсаты Кавказ тәбиғәтен, уның хозурлығын барып күреү, Приэльбрусьела ял итеү генә булған. Ә бит Эльбрусты яулау мөмкинлегенән тыш, уның башҡа иҫтәлекле урындары ла бар бит әле...

- Эйе, иҫтәлекле урындары күп. Терскол һәм Ҡыҙҙар толомо шарлауыҡтары, Донгузорун-Кель бирүзә күлен барып күрергә кәрәк. Эльбрустың ике бейеклеген дә күреү өсөн Чегетҡа барырға мөмкин. Барлыҡ маршруттар ҙа ял итеүселәр өсөн уйланылып, уларҙың мөмкинлегенән сығып төҙөлгән. Төрлө походтарға йөрөргә: палаткаларҙа төн үткәрергә, тау күлдәрендә, йылғаларында һыу инергә мөмкин.

Беҙҙең төркөм дә тәүге көндә бейеклеккә күтәрелмәй генә ҙур булмаған экскурсия яһаны. Сәйәхәткә милли кейемдәрҙе лә алырға онотмағайныҡ. Мөһабәт кавказ тауҙары фонында фотоға төшөргә лә өлгөрҙөк. Башҡа туристарға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының нәзәкәтлеген, һомғоллоғон, саялығын күрһәттек.

Һуңынан тауға ла күтәрелә башланыҡ. Башта 3200 метрға, һуңынан тағы ла бейегерәккә күтәрелдек. Дөрөҫ эшләгәндә генә бейеклек алмашыныуын әллә ни һиҙмәҫкә мөмкин. Ғәмәлдә, тау ауырыуы ҡапыл бейеклек йыйғанда барлыҡҡа килә. Кемдеңдер күңеле болғана, икенселәрҙең башы ауырта, өсөнсөләр быуындар һыҙлауына сыҙай алмай. Был организмға кислород етешмәүҙән килә. Шуға ла тауға күтәрелеү өсөн әҙерлек кәрәк. Быға бер аҙна ваҡыт үтә. Бейеклеккә күтәрелдек, кире төштөк, шулай итеп тауға яйлап өйрәндек. Бер һүҙ менән әйткәндә акклиматизация үттек. Гидыбыҙ Светлана Агеева ла маршрутты еренә еткереп төҙөгән. Үҙебеҙ ҙә көндән-көн юғарыраҡ күтәрелгәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ә бына Светаның ире команданы нәҡ тауға йөрөтә.

Чегетҡа күтәрелдек. Тик Рәсәй Тау гидтары ассоциацияһының альпинизм буйынса тәжрибәле гиды Виктор Агеев төркөмө рюкзак аҫып, тулы экипировкала 3450 метрлыҡ нөктәгә йәйәү, ә беҙ канат юлы буйлап күтәрелдек. Гид бейеклеккә күтәрелгәндә кавказ тауҙары тураһында күп һөйләне, артылырға теләүселәргә маҡсаттарына ирешеп буласағын да әйтте. Был мине тағы ла илһамландырып ебәрҙе. Икенсе көнөнә 3850 метр билдәһенә, ипкендә урынлашҡан приюттарға тиклем күтәрелдек. Был билдәлә үҙемә икенсе команда менән артабан күтәрелергә ниәтләнем. Светлана мине икенсе командаға тапшырҙы. Төркөмдәштәр 3950 метр нөктәгә күтәрелгәндән һуң, кире төштө, ә мин яңы команда менән 4200 метр бейеклекте яуларға, артабан артылдым. Бына шунда дөрөҫ тын алырға кәрәклеген аңланым да инде. Йога дәрестәре лә ярап ҡалды, сөнки методикаһы шул уҡ. Кислород менән тәүҙә ҡорһаҡты тулыландырырға, һуңынан диафрагмаға, башҡа ебәрергә кәрәк. Тулы күкрәк менән тын алаһың. Үҙем менән шыршы майы ла алған инем. Һауа етешмәй икән, майҙы ҡулланырға мөмкин. Еҫкәгәс шунда уҡ еңел булып ҡалды. Ялға туҡтаған арала тамаҡ ялғап та алырға кәрәк. Тауға күтәрелгәндә күп энергия сарыф итәһең, шуға ла йыш ҡына ҡапҡылап алырға тура килә. Шоколад, балалар аҙығы, хатта зыянлы газлы һыу ҙа рөхсәт ителә. Беренсе әҙерлек көнө шулай итеп үтеп китте. Ял итепалғандан һуң, приютҡа килдекһәм канат юлы буйлап отелгәтөштөк. Бөтә туристар һәм альпинистар ошо схема буйынсабейеклеккә күтәрелеү әҙерлеген үтә лә инде. Баҫым түбәнәйеүе һәм бейеклек арҡаһында еңелсә ауырыҡһыныу ҙа һиҙҙем, һуңынан үтеп китте. Белореттан студиялаштарым, дуҫтарым Настя Романовская, Гөлфи әМөхәмәтдинова, Виктор Яковлев менән тәьҫораттарым менән генә уртаҡлашып ҡалманым, кәңәшләштем дә, сөнки үҙемәартабан да юғарыраҡ нөктәгә күтәрелергә маҡсат ҡуйғайныминде. Настя, теләгең бар икән, инструктор менән бәйләнешкә ин һәмкәңәшләш, тине. Кәңәшләштем һәмтауға артылыуҙың матди яғын да уйлай башланым. Әлбиттә, күп кенә аҡса кәрәк булыуы билдәле ине. Альпинист ҡорамалдары, өҫ һәм аяҡ кейеме, маска, каска, боҙ бырауы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ҡуртымға алырға мөмкин.Үҙемдең кейемемдә туңыуым көн кеүек асыҡ ине. Плюс хәүеф һәм страховка. Оҙаҡ уйланым. “Ярты юлды үттем.Башҡа мөмкинлек сығырмы?”. Үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеге сығып та,файҙаланмай, һуңынан ниңә генә ниәтемдән кире ҡайттым икән тип уйланыпултырыу, икеләнеүҙәремә ҡалын нөктә ҡуйҙы. 5100 метр билдәгә күтәрелергә ҡарар ҡылдым.

Эльбрус - ул оҙаҡ, ауыр,ҡатмарлы һәм ҡырыҫ маршрут. 4700метрҙан һуң, кислород ҡытлығы үҙенбик ныҡ һиҙҙерә, аяҡ-ҡулдар тыңлашмай, кәүҙә буйһонмай, галлюцинациябашланыуы ихтимал, уҡшыта, көслөел, һалҡын... Участкаға килеп еткәндәеп өҙөрлөк тә хәлең ҡалмаған була һәмтау түбәһенә тиклем күтәрелеү ихтималлығы ла бик аҙ. Был әле һауа торошониҫәпкә алмағанда. Тауҙарҙа ул бер нисәминут эсендә үҙгәрергә мөмкин. Бындай осраҡта бөтөнләй менә алмауың ихтимал.

Бейеклектә 4 көн йәшәргә тейеш инек. Виктор менән исемлек төҙөп, ҡуртымға ҡорамалдар, кейем алдыҡ. Һуңынан боҙ бырауы менән нисек ҡулланырға, “тырнаҡ”тарҙы нисек дөрөҫ кейергә һәм башҡа алымдарҙы өйрәндек, инструктаж үттек.

Эльбрустың “Көнбайыш” бейеклегенә күтәрелгәндә һауа шарттары бигерәк тә ҡатмарлы. Биш минут эсендә тәбиғәттең кәйефе уйнай: әле генә ҡыҙҙырып ҡояш балҡып торһа, шул арала буран сыға, кинәт кенә ҡар, боҙлауыҡ яуа башлай.

Икенсе көн 4700 метр билдәгә еттек һәм кире төштөк. Хәлем яҡшы булһа ла, шул тиклем ашағым килде. Ҡан баҫымын үлсәгәндән һуң, тағы ла бер тапҡыр менергә мөмкин тинеләр. Төнөн гидыбыҙ туристарҙың береһен шәхсән тауға оҙатып китте. Беҙ приютта ҡалдыҡ, сөнки бейеклеккә күтәрелеү өсөн ял кәрәк.

Шуға күрә тауға сәғәт 12-ләргә тиклем, ел-дауыл башланғансы менергә кәрәк. Тауға үҙҙәре менеүселәр киске 10-11-ҙәрҙә юлға сыға. Беҙ ҙә тауға күтәрелеүҙе кискә ҡалдырҙыҡ. Тик беҙ уйлағанса ғына килеп сыҡманы шул. Һауа торошо ҡапыл үҙгәрҙе һәм күсерергә тура килде. Был Эльбрустың тағы бер һынауы! Беҙгә күтәрелергә ирек бирмәне. Бер тәүлектән һуң ғына “Приют одиннадцати” ҡунаҡханаһынан юлға сыҡтыҡ.

...Эльбрус түбәһендә баҫып торам! Унда менеү өсөн ике юл бар ине. Ратрак һине 5000 метрға мендерә, 642 метрын үҙең үтәһең. Икенсе вариант - лагерҙан үҙең йәйәүләп менәһең. Мин тауҙа икенсе вариантты һайланым. Тауға тулыһынса тиерлек үҙем күтәрелергә хәл иттем. Төркөмдән бер нисә кеше генә ризалаштыҡ. Улар ҙа спортсылар, профессиональ йөҙөүселәр ине. Үҙ ғүмеремдә шул тиклем ауырлыҡҡа тарығаным юҡ ине әле. Күп көс түгергә тура килде. 700 метр үткәс ҡаптырылған ҡорамалдар арҡаһында тын алыуы ауырлашты. Әҙерәк йомшартырға рөхсәт бирҙеләр. Барыуы тағы ла ҡыйынлашты. Үҙебеҙ менән треккинг таяҡтары, күпмелер аҙыҡ-түлек алдыҡ, аяҡта тимер “тырнаҡ”тар.

...Һәм мин кире әйләнергә, һуңынан башҡа ҡыҙҙар менән ратракта күтәрелергә тигән ҡарарға килдем. Уның ҡарауы көсөмдө һаҡланым һәм үҙемде “яндырманым”.

Ратракта 5000 метрға тиклем күтәрелгәс, кире йәйәүләп киттек. Икенсе нөктәгә күтәрелгәс, һауа торошоноң бөтөнләй боҙолоуын күрҙек: ҡар яуа башланы, буран күтәрелде, боҙ биткә бәрә. Туҡтаманыҡ, юлыбыҙҙы ауырлыҡ менән булһа ла дауам иттек.

Түбәлә буран арҡаһында бер нәмә лә күренмәне. Шулай ҙа барыһынан да бейегерәк, ҡуйы болоттар араһында тороуым аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар бирҙе. “Алтын таң” студияһы байрағын да елберләттем. Йога менән шөғөлләнеүем дә ыңғай тәьҫир итте - ул миңә аҙаҡҡа тиклем барырға этәргес булды ла.

Сертификат һәм Рәсәй Федерацияһы альпинисы билдәһе лә тапшырылды.

Эльбрустың 5642 метрлыҡ көнбайыш өлөшө миңә буйһондо. Был сәйәхәтем менән ҡәнәғәтмен, һәм Эльбрус тағы ла үҙенә тарта. Кисергәндәремдән әле һаман арына алмайым. Уның ҡарауы, Европа һәм Рәсәйҙең иң бейек нөктәһендә булдым тип әйтә алам! Мине үҙенә ҡабул иткәне өсөн Эльбрусҡа рәхмәт!

- Тауҙарға бер артылған кешене бейеклектәр һәр ваҡыт үҙенә тартып тора тиҙәр. Тыуған төйәк, Кавказдың Эльбрусы яуланды. Артабан һеҙҙе ниндәй үрҙәр саҡыра?

- “Алтын таң” студияһының йоганы яратыусылары йыл һайын йәйен тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, тауҙарға үрмәләйбеҙ. Күнекмәләр ҙә асыҡ һауала үтә. Алда беҙҙе башҡа Кавказ тауҙары, Домбай көтә.

- Рәхмәт, Гөлнара, ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн!

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: