Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2022, 11:26

Кишерҙән салат

Быйыл кишерегеҙ уңдымы? Уны ҡайҙа итергә белмәһәгеҙ, еңел генә эшләнә торған салат яһағыҙ. 

Кишерҙән салат
Кишерҙән салат

Ингpeдиeнттар:

2 кг кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә;

100 г һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәрергә;

300 г татлы боросто һалам итеп турарға;

150 г шәкәр;

100 мл 9 %-лы аш һеркәһе;

400 г тoмaт пacтаһы;

250 мл көнбағыш майы;

 0,5 сәй ҡалағы ҡара борос;

2 аш ҡалағы тоҙ.

Әҙерләү:

Барыһын да бергә ҡушып болғап, утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас болғата-болғата 40 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып һыуынғансы төрөп ҡуйырға.

Ҡатламалы ит

Кәрәк: 1,5 килограмм ит, 1 килограмм картуф, 4-5 баш һуған, 4-5 помидор, 350-400 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, үҫемлек майы.

Һуғанды әрсеп турайбыҙ ҙа майлы табаның төбөн ҡапларлыҡ итеп һалабыҙ. Итте турағыстан үткәрәбеҙ һәм тәменсә һуған, тоҙ, борос, һарымһаҡ ҡушып бутайбыҙ, шунан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнән майонез яғабыҙ, өйҙә эшләнгәне булһа, бигерәк һәйбәт. Киләһе ҡатламға тигеҙ түңәрәктәр итеп туралған картуфты теҙеп сығабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ, майонез яғабыҙ. Шунан нәҙек ҡулсалап ҡырҡылған помидорҙы теҙәбеҙ. Уның урынына татлы борос һалһаң да бик килешә.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: