Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2022, 11:40

Психолог кәңәштәре

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙы йөрәккә артыҡ яҡын алмай, стресһыҙ йәшәү мөмкин, бары тик түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Психолог кәңәштәре
Психолог кәңәштәре
  • Күңелһеҙ ваҡиғаларҙың бары тик ваҡытлыса булыуын һәм уларҙың ҡасандыр бөтөүен аңларға һәм ҡабул итергә;
  • Артыҡ эмоцияларға бирелмәҫкә, килеп тыуған проблемаларҙан ҡасмай, тыныс ҡына хәл итә белергә;
  • Бөтәһенә лә ярарға тырышыу кәрәкмәй. Һеҙ - шәхес, тимәк - индивидуаль;
  • Инициатива күрһәтеүҙән ҡурҡмаҫҡа. Пассив күҙәтеүсе булып ҡалып уңышҡа ирешеү мөмкин түгел;
  • Талапсанлыҡты инициатива менән бутамаҫҡа. Был осраҡта иң мөһиме - алтын урталыҡты табыу;
  • Бөтә ерҙә лә өлгөрөү мөмкин түгел. Ҡайһы бер эштәрҙе һуңға күсереү ҡай саҡ күңел тыныслығына килтерә;
  • Яҡшы антидепрессант ул - күтәренке кәйеф. Шуға ла көнөгөҙҙө йылмайыуҙан башлағыҙ;
  • Эмоцияларығыҙҙы үҙегеҙҙә тотмағыҙ, уларға сығырға мөмкинлек бирегеҙ. Эстә ҡалғандары бары тик һаулыҡҡа зыян килтерә һәм күңел төшөнкөлөгөнә илтә;
  • Үҙегеҙгә һәр саҡ яңы маҡсаттар ҡуйып, дәртләндереп тороғоҙ. Бөгөнгө көн менән генә йәшәү кәрәкмәй;
  • Барыһына ла өлгөрөр өсөн ваҡытты алдан планлаштырыу зарур. Эшегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә генә түгел, үҙегегеҙгә лә ваҡыт бүлергә;
  • Һәр саҡ үҫеш юлында булырға, бары тик үҙ өҫтөңдә эшләү генә уңыштарға килтерә;
  • Ижад итергә һәр ваҡыт ваҡыт табырға, был шөғөлгә етди ҡарарға;
  • Уңышһыҙлыҡтарға негатив ҡарашта булыуҙан, һәр саҡ иҫкә алып тороуҙан туҡтарға;
  • Иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе, әлбиттә - үҙеңде яратырға, ҡәҙерләргә һәм мөмкин тиклем ҡыуандырып торорға.

Башҡортостан календарынан алынды.

Фото Интернеттан.

Автор:
Читайте нас: