Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Октябрь 2022, 20:11

Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?

Көҙөн һарымһаҡты һауа температураһы 10°C тирәһе булғандан һуң ултыртырға кәрәк.

Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?
Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?

Бынан тыш, ултыртылғандан алып һалҡындар башланғансы кәм тигәндә 2-3 аҙна үтергә рейеш. Бындай шарттарҙа ултыртылған һарымһаҡ тамыр йәйеп өлгөрәсәк, ә үҫеп сыҡмаясаҡ.
Һарымһаҡ түтәленә урын һайлағанда бында элек үҫкән йәшелсәләргә лә иғтибар итергә кәрәк. Һарымһаҡ фасоль культуралары, помидор,
татлы борос, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡабак, ташҡабаҡ үҫкән тупраҡта уңа.
Ә бына һуған, картуф, баклажан, кишер, сәгәлдәр үҫкән тупраҡҡа уны ултыртһаң, уңыш мул булмаҫ.  

Фото: rufazenda.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: